Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
1 Октябрь 2021, 11:00

Райондың һайлау комиссиялары рәйестәре һәм ағзалары бүләкләнде

Район Мәҙәниәт һарайында Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа участка һайлау комиссиялары эше йомғаҡтары буйынса кәңәшмә үтте. Унда участка һайлау комиссиялары рәйестәре һәм секретарҙары, ауыл биләмәләре башлыҡтары саҡырылды.

Райондың һайлау комиссиялары рәйестәре һәм ағзалары бүләкләнде
Райондың һайлау комиссиялары рәйестәре һәм ағзалары бүләкләнде

Сарала ҡатнашыусылар алдында район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, район Советы секретары Альберт Сәғҙәтов, территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Гөлнара Бикташева сығыш яһаны. Улар коронавирус пандемияһы арҡаһында килеп тыуған ҡыйынлыҡтарға, тауыш биреү көнө яңы форматҡа (өс көн) күсеп уҙыуына ҡарамаҫтан, һайлау ойошҡанлы, һайлау ҡануниәтенә ярашлы уҙҙы, тип билдәләне һәм барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, артабан да уңышлы эшләүҙе теләне.
Артабан бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль район хакимиәте Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр:
– әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса шәхси өлөш индергән өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Гөлнара Ким ҡыҙы Бикташева, Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы Яңы Мишәр ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Баймөхәмәт Нурмөхәмәт улы Ғүмәров, Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы Кесе Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Степан Аурелевич Гуштюк, Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы Ҡорғат ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Илфат Рәфҡәт улы Мәүликаев;
– Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға әҙерлек һәм уны үткәргәндә фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн 2641-се Степной участка һайлау комиссияһы рәйесе Елена Рафил ҡыҙы Ғәзиева, 2642-се Әжекәй участка һайлау комиссияһы рәйесе Эльза Шаһимәрҙән ҡыҙы Ғәлимова, 2611-се Тәкә участка һайлау комиссияһы рәйесе Эльмира Рәхимйән ҡыҙы Ғәлимова, 2621-се Дыуан-Мәсетле участка һайлау комиссияһы секретары Наилә Фәрүәз ҡыҙы Ғәниева, 2628-се Һөләймән участка һайлау комиссияһы рәйесе Миләүшә Рәфис ҡыҙы Ғарипова, 2625-се Йыланыш участка һайлау комиссияһы рәйесе Раушания Шафиҡ ҡыҙы Иштуғанова, 3475-се Оло Ыҡтамаҡ участка һайлау комиссияһы рәйесе Татьяна Николаевна Крючкова, 2619-сы Яңы Мишәр участка һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира Ғабдулхай ҡыҙы Латыпова, 2607-се Кесе Ыҡтамаҡ участка һайлау комиссияһы рәйесе Галина Александровна Луканина, 2610-сы Ҡорғат участка һайлау комиссияһы рәйесе Альмира Радмил ҡыҙы Мәүликаева, 2617-се Тайыш участка һайлау комиссияһы рәйесе Рәмилә Ғәзиз ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, 2613-сө Ишәле участка һайлау комиссияһы рәйесе Иршат Тимерғәзе улы Фәрхетдинов, 2633-сө Әләгәҙ участка һайлау комиссияһы рәйесе Баязит Зәки улы Яҡупов, 2632-се Буртаковка участка һайлау комиссияһы рәйесе Елена Петровна Ярушина.
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау үткәреү осоронда һөҙөмтәле эшләгәне өсөн Рәхмәт белдерергә: 2605-се Ленинский участка һайлау комиссияһы рәйесе Алия Радик ҡыҙы Абдулхаеваға, 2635-се Борғатья участка һайлау комиссияһы рәйесе Рафиға Фәйзер ҡыҙы Вәлиәхмәтоваға, 2615-се Әбдрәхим участка һайлау комиссияһы рәйесе Фларида Мөхәмәтхай ҡыҙы Ғәҙелшинаға, 2634-се Мәләкәҫ участка һайлау комиссияһы рәйесе Светлана Раян ҡыҙы Ғәлләмоваға, 2636-сы Оло Ҡыҙылбай участка һайлау комиссияһы рәйесе Юлиә Данис ҡыҙы Ғафароваға, 3477-се Оло Ыҡтамаҡ участка һайлау комиссияһы рәйесе Лена Йыһанур ҡыҙы Ғибәҙуллинаға, 2609-сы Яңы Мөслим участка һайлау комиссияһы рәйесе Рифат Мулланур улы Ғибәҙуллинға, 3476-сы Оло Ыҡтамаҡ участка һайлау комиссияһы рәйесе Зөлфиә Ғифат ҡыҙы Ғилманшинаға, 2627-се Иҫке Мишәр участка һайлау комиссияһы рәйесе Елена Николаевна Ғилметдиноваға, 2612-се Теләш участка һайлау комиссияһы рәйесе Флүзә Зәләй ҡыҙы Дәүләтшинаға, 3474-се Яңы участка һайлау комиссияһы рәйесе Айгөл Рәҡип ҡыҙы Зәбихуллинаға, 2614-се Айып участка һайлау комиссияһы рәйесе Юлиә Радик ҡыҙы Закироваға, 2621-се Дыуан-Мәсетле участка һайлау комиссияһы рәйесе Гөлназ Риф ҡыҙы Камаловаға, 2618-се Аҙанғол участка һайлау комиссияһы рәйесе Зөлфиә Талип ҡыҙы Латыповаға, 2624-се Бурансы участка һайлау комиссияһы рәйесе Рәйсә Рафаил ҡыҙы Минһажеваға, 2629-сы Ләмәҙтамаҡ участка һайлау комиссияһы рәйесе Гүзәл Ғәфүр ҡыҙы Мозафароваға, 2622-се Ҡаранай участка һайлау комиссияһы рәйесе Көн-һылыу Әхәт ҡыҙы Мөхәмәт-йәноваға, 2606-сы Оло Ыҡтамаҡ участка һайлау комиссияһы рәйесе Наталья Александровна Пашенинаға, 2620-се Ғүмәр участка һайлау комиссияһы рәйесе Земфира
Нурмөхәмәт ҡыҙы Сәйфуллинаға, 2626-сы Яңы Яуыш участка һайлау комиссияһы рәйесе Лилиә Ильяс ҡыҙы Солтановаға, 2623-сө Туҡбай участка һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира Рафаил ҡыҙы Фәхретдиноваға, 2616-сы Йонос участка һайлау комиссияһы рәйесе Миләүшә Шакирйән ҡыҙы Хамматоваға, 2604-се Сальевка участка һайлау комиссияһы рәйесе Венера Фәхретдин ҡыҙы Шафиҡоваға, 2637-се Абдулла участка һайлау комиссияһы рәйесе Фередиә Фәрит ҡыҙы Хәйерзамановаға, 2638-се Ключевой участка һайлау комиссияһы рәйесе Филарида Фәрит ҡыҙы Хамматоваға, 2639-сы Оло Аҡа участка һайлау комиссияһы рәйесе Илфат Рәҡип улы Йосоповҡа, 2640-сы Урта Аҡа участка һайлау комиссияһы рәйесе Илзида Фаиз ҡыҙы Йосоповаға, 2630-сы Һабанаҡ участка һайлау комиссияһы рәйесе Ольга Матвеевна Йәрмөхәмәтоваға.

Райондың һайлау комиссиялары рәйестәре һәм ағзалары бүләкләнде
Райондың һайлау комиссиялары рәйестәре һәм ағзалары бүләкләнде
Автор:Наталья  Русинова