Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
10 Август 2021, 16:00

Депутат эш сәфәре менән килде

6 августа Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы Илдар Бикбаев Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы Советы депутаты, Мәсетле районы буйынса “Берҙәм Рәсәй” депутаттар берекмәһе етәксеһе Флүр Дусмөхәмәтов менән берлектә Мәсетле районында булды.

Депутат эш сәфәре менән килде
Депутат эш сәфәре менән килде

Эш сәфәрен Дыуан-Мәсетле ауылынан башланылар. Унда депутат Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы уңайынан “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә ойошторған “Сәләмәтлек поезы” эшен ҡараны. Илдар Зиннур улы халыҡ менән аралашты, вакцина эшләтеүҙең мөһимлеген аңлатты, үтенестәрен, ауыл халҡының урам юлдарына асфальт һалыу буйынса мөрәжәғәтен тыңланы.
Артабан район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин һәм район Советы секретары Альберт Сәғҙәтов менән Һөләймән ауылында партияның “Реаль эштәр” проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты. Бында мәктәптә башланғыс кластар кабинетында тәҙрәләр яңыртылған, шулай уҡ иҙәнде лә яңыртыу талап ителә. Илдар Зиннур улы граждандарҙың был мәсьәлә буйынса мөрәжәғәтен яңы уҡыу йылына хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Һөләймәндә депутат “Алтын балыҡ” балалар баҡсаһында ла булды. Граждандар уға ауыл балалары өсөн майҙансыҡ эшләүҙе һорап мөрәжәғәт итте, шулай уҡ был үтенес тә партия проекттары сиктәрендә тормошҡа ашырыу өсөн ҡабул ителде.
Сәфәрҙең өсөнсө пункты – Ләмәҙтамаҡ ауылы. Бында партияның “Реаль эштәр” проекты буйынса эштәр әүҙем бара: ауыл клубында тәҙрә һәм ишектәр яңыртылды, ә уҙған йылда ошо уҡ проект буйынса ҡойма алмаштырылды.
Депутат сәфәрен тамамлап, район хакимиәте башлығы менән артабан муниципаль берәмектәрҙе үҫтереү буйынса пландарҙы тикшерҙе.

Автор:Наталья  Русинова