Шулай уҡ 10 июндән 16-һына тиклем Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан закон проекты йәмәғәт тикшереүе үтте.
Закон проекты түбәндәге параметрҙарҙы үҙ эсенә алды. 2020 йылда бюджет яңы коронавирус инфекцияһы таралыу, шуға ярашлы, уның эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн кәрәкле саралар ҡабул итеү, халыҡҡа һәм иң ҙур зыян күргән иҡтисад тармаҡтарына ярҙам күрһәтеү шарттарында үтәлде.
Яңы коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, дөйөм иҡтисади хәл ҡырҡа насарайҙы һәм был Башҡортостан Республикаһы бюджеты килеменә кире йоғонто яһаны.
2020 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджетына 219,9 миллиард һумлыҡ килем индерелгән, шуларҙың 123,2миллиард һумы – һалым һәм һалым булмаған килемдәр. Был 2019 йыл менән сағыштырғанда 16,1 процентҡа түбәнерәк.
Һалым һәм һалымға ҡарамаған килемдәрҙең төп сығанаҡтары араһында ойошмаларҙың табышына һалым – 14,8, физик берәмектәрҙең килеменә һалым – 18,7, акциздар – 9,7, мөлкәткә һалым – 6,2, дәүләт милкендәге мөлкәтте файҙаланыуҙан алынған килем 6,2 процент тәшкил иткән.
Шул уҡ ваҡытта 2019 йыл менән сағыштырғанда кире ҡайтарылмай торған керемдәр 45,2 миллиард һумға йәғни 1,9 тапҡырға артҡан һәм 96,7 миллиард һум тәшкил иткән. Килемдең үҫеүе башлыса яңы коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү һәм эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса сараларҙы финанс тәьмин итеү менән бәйле. Хәтһеҙ ҙур финанс ярҙам социаль өлкәлә кире тенденцияларҙы мөмкин тиклем тотҡарлау, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә кәрәкле аҡса йүнәлтеү, ... финанслау күләмен һәм милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу темпын һаҡлау мөмкинселеген бирҙе.
Республика бюджетының сығым өлөшө 44,2 миллиард һумға арттырып үтәлгән һәм 215,1 миллиард һум тәшкил иткән.
2020 йылда яңы коронавирус инфекцияһы таралыу шарттарында социаль йөкләмәләрҙе үтәү дауам иткән. Социаль ихтыяждарға 192 миллиард һум йәки 74 процент сарыф ителгн, шул иҫәптән социаль сәйәсәткә – 66,8 миллиард һум (25,8 %), мәғарифҡа – 56,2 миллиард һум (21,7 %), һаулыҡ һаҡлауға – 42,7 миллиард һум (16,5 %), торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа – 14,8 миллиард һум (5,7 %), мәҙәниәткә, кинематографияға – 7,2 миллиард һум (2,7 %), физик культураға һәм спортҡа – 2,6 миллиард һум (1,0 %), киң мәғлүмәт сараларына – 0,9 миллиард һум (0,3 %), тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға – 0,8 миллиард һум (0,3 %). Иҡтисадтың реаль секторын үҫтереүгә сығым – 43,9 миллиард һум (16,9 %), мунициапль берәмектәр бюджеттарына дөйөм характерҙағы бюджет-ара трансферттары биреүгә – 12,8 миллиард һум (4,9 %), милли оборонаға, милли именлеккә һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә – 2,0 миллиард һум (0,8 %), башҡа сығымдар 8,7 миллиард һум (3,4 %) тәшкил иткән.
Яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәшеүгә, пандемия эҙемтәләрен бөтөрөүгә һәм макроиҡтисад күрһәткестәре насарайыу шарттарында иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға киткән сығымдар 32,8 миллиард һум тәшкил иткән. Аҡсаларҙың төп күләме социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә йүнәлтелде. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә койка фонды тәғәйенләнеше үҙгәртелде һәм киңәйтелде, кәрәкле дарыуҙар, ҡорамалдар һатып алынды, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн уңайлы шарттар булдырылды. COVID-19 сирен йоҡторған кешеләргә ярҙам күрһәткән медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә социаль түләүҙәр бирелде.
Республиканың дәүләт бурысы 21 миллиард һум тәшкил итә. Төбәктең кредит йөкләнеше түбән хәүеф кимәлендә һаҡлана.
Халыҡ-ара “Moody’s Investor’s Service” һәм “Fitch Ratings Inc” кредит рейтинг агентлығы республикала кредит рейтингы 2019 йыл кимәлендә тип раҫланы. Шул уҡ ваҡытта “Эксперт РА” кредит рейтинг агентлығы прогноз яһағанда “Кире” билдәһен “Тотороҡло”ға үҙгәртте.