Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
4 Июнь 2021, 09:30

Радий Хәбиров Яңы Мөслимгә килде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 29 майҙа үҙешмәкәр фольклор коллективы ағзалары юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған Яңы Мөслим ауылында булды. Республика етәксеһе зыян күреүселәр һәм халыҡ менән осрашты, уларға төрлө ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе.

“Мәсетле районында булған аварияның видеоһын ҡараған саҡта күңелдә ниндәйҙер сюрреализм һәм йәлләү тойғоһо уянды... Ауыл халҡының кәйефе шәп, гармунда уйнап, милли кейемдәр кейеп “Кәкүк сәйе”нә китеп баралар ... һәм улар- ға ҙур тиҙлектә елгән автомобиль барып бәрелә. Аллаға шөкөр, бөтәһе лә иҫән, ләкин арбала ултырғандарҙың барыһы ла тиерлек ныҡ имгәнгән, – тип яҙҙы республика Башлығы социаль селтәрҙә. – Ошо ауылға бармай, халыҡ менән осрашмай булдыра алманым”.
Был арбала башҡалар менән бергә республика Йәмәғәт палатаһының матбуғат секретары Ләйсән Ғаррапованың әсәһе ла барырға тейеш булған.
– Унда минең әсәйем дә башҡалар менән гармунға ҡушылып йырлап байрамға барырға тейеш ине. Тик мин командировкаға киткәс, ул Өфөлә тороп ҡалды һәм ейәнен ҡарап торҙо, – тип яҙған ул социаль селтәрҙә.
Авариянан һуң интернетта ҡыҙыу бәхәс башланды. Ауылда күп йылдар клуб юҡ, байрамдар һәм төрлө саралар урамда уҙа, концерт тураһында халыҡҡа бөтөнләй оноторға тура килә.
“Зыян күргәндәрҙең һәммәһенә лә дауаланыу тәғәйенләнер һәм улар дәүләт иҫәбенә протездар менән тәьмин ителер”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. Шулай уҡ республика етәксеһе бында яңы клуб төҙөлөшө башланасағын әйтте. Иҫкеһе емерек һәм биш йыл инде ябыҡ тора. Ауылда юлды төҙөкләндереү, ҙур булмаған парк булдырыу күҙаллана.
Халыҡ был хәбәрҙе ҡыуанып ҡаршы алды.
– Беҙҙең ауыл ҙур, меңдән ашыу кеше йәшәй, балалар баҡсаһы менән мәктәп бар, – ти мөслимдәр. – Яңы клуб ишектәрен асһа, бик шат булырбыҙ.
– Яңы клуб төҙөрбөҙ, шунда уҡ китапхана урынлаштырырбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Балалар менән ял итергә һәм йөрөргә урын булһын өсөн паркты ла төҙөкләндерербеҙ.
Төбәк етәксеһе “Башкир-автодор” йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Юлановҡа 12 июнгә Яңы Мөслимгә ингән ерҙәге юлды һәм үҙәк урамды ремонт-ларға ҡушты.
– ЮХХДИ менән килешеп, урам юлдарында иҫкәртеүсе билдәләр менән яһалма тигеҙһеҙлек булдырығыҙ, – тине республика башлығы.
Радий Хәбиров “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса ауыл халҡы көсө менән төҙөкләндерелгән Фазыл шишмәһендә булды һәм шишмәне таҙартырға бойорҙо.
– Республикабыҙҙа үҙебеҙҙекеләрҙе ташламаныҡ һәм ташламайбыҙ..., – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: юл фажиғәһендә биш кеше имгәнгән, 65 йәшлек ҡатындың тубыҡтан аяғын ҡырҡырға тура килгән. Йәрәхәтләнгән атты йоҡлатыр-ға мәжбүр булғандар.