Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
1 Июнь 2021, 13:00

Рәсәйҙә ҡорал биреү ҡағиҙәләре үҙгәрә

Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа “Ҡорал тураһында” Федераль законға үҙгәрештәр индереү закон проектын хупланы. Бындай үҙгәрештең сәбәбе – Ҡазан ҡалаһындағы һуңғы ваҡиға.

Закон проектына ярашлы, ике тапҡыр һәм унан күберәк хөкөмгә тарттырылған граждандарға ҡорал һатып алыу өсөн лицензия бирелмәй. Был ҡағиҙә шулай уҡ иҫерек килеш тотолоп, үҙ автомобилен иҫерек кешегә ҡулланырға биреп, административ яза алған, ҡанда алкоголь булыуын билдәләү өсөн медицина тикшереүен үтеүҙән баш тартҡандарға ла ҡағыла (административ яза ваҡыты үткәнгә тиклем). Шулай уҡ медицина тикшереүен үтеү тәртибендә үҙгәрештәр һәм ҡорал йөрөтөү өсөн алдан алынған рөхсәттең ғәмәлдән сығарылыуы ла ҡаралған.
РФ Дәүләт Думаһында Башҡортостандан депутат Рафаэль Мәрҙәншин фекеренсә, тәҡдим ителгән сикләү саралары ҡорал ҡулланып енәйәт ҡылыуҙы һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы кәметәсәк.
Динара ҒӘНИЕВА,
матбуғат секретары.