Мәктәп йәшендәге балалары булған ғаиләләргә 10 мең һум түләнә
Мәктәп йәшендәге балалары булған ғаиләләргә быйыл август аҙағында һәр балаға 10 мең һум түләнә. Был сара беренсе класҡа барырға тейешле балаларға ла ҡағыла. Рәсәй Президенты сығыш яһағанда ошо турала белдерҙе.
“Әсәй йәки атай кеше балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән, тыуыу тураһында таныҡлыҡта ата-әсәләрҙең береһе күрһәтелмәгән йәиһә ата-әсә айы-рылған ғаиләләргә айырым ярҙам күрһәтергә кәрәк. 1 июлдән тулы булмаған ғаиләлә үҫкән 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға ил буйынса уртаса 5600 һум айлыҡ түләү тәғәйенләнә”, – тине Владимир Путин.
Шулай уҡ Рәсәй Президенты бала көткән һәм матди ярҙамға мохтаж ҡатындарға ярҙам күр-һәтергә тәҡдим итте.
“Буласаҡ әсәнең дәүләт ярҙамын тойоуы, балаһын һаҡлап ҡалыуы бик мөһим. Йөклөлөктөң иртә срогында иҫәпкә тор-ған һәм матди хәле ауыр бул- ған ҡатындарға ил буйынса уртаса 6350 һум күләмендә айлыҡ түләүҙе күҙ уңында тоторға тәҡдим итәм”, – тине Путин.
Президент быйылдан 7 йәшкәсә баланы ҡарау буйынса ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы эш хаҡынан 100% күләмендә түләнергә тейешлеген дә билдәләне.
Ауыр мәлдә юғалып ҡалманыҡ
– Быйыл Мөрәжәғәтнамә башлыса илдең эске мәсьәләләренә арналасаҡ. Был – һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, иҡтисад. Шулай уҡ тышҡы сәйәсәт һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләре лә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, – тип башланы ул һүҙен.
Владимир Владимирович белдереүенсә, былтыр илебеҙ генә түгел, бар донъя ауыр һынау алдында торҙо. Коронавирустың нимә икәнлеген белмәгәс, күптәр баҙап ҡалды. Тик Рәсәй тиҙ арала үҙен ҡулға алды һәм әүҙем эшмәкәрлек башланы.
– Күрелгән сараларҙы һанап сығыу еңел. Ә улар артында илебеҙҙең бөтә төбәктәрендәге миллионлаған кешенең ҙур хеҙмәте тора. Һеҙҙең бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт. Бөтәгеҙ ҙә тиҙ, сифатлы һәм намыҫлы эшләнегеҙ, – тине ул.
Владимир Путин табиптарға, бөтә медицина хеҙмәткәрҙәренә айырым рәхмәт әйтте. Һәм күрелгән саралар тураһында һөйләне.
Шулай уҡ дәүләт башлығы Рәсәй халҡын коронавирустан прививка яһатырға саҡырҙы. Был беҙгә көҙгә тиклем коллектив иммунитет булдырыу мөмкинлеге бирәсәк, тине ул.
Балаларҙың йәйге ялы тураһында
Балалар ялын мөмкин тиклем арзанайтырға кәрәк, тип белдерҙе Рәсәй Президенты. Ул балалар лагерҙарына юллама хаҡының яртыһын кире ҡайтарырға тәҡдим итте. Йыл аҙағына тиклем граждандарҙың Рәсәй буйлап сәйәхәт итеү өсөн сығымдарының 20 процентын кире ҡайтарған программаны оҙайтыу тәҡдимен дә индерҙе. Студенттар туризмы айырым иғтибарға лайыҡ.
“Олимпиадаларҙа, ирекмәндәр һәм ижади башланғыстарҙа үҙҙәрен күрһәткән йәштәрҙе дәртләндерергә кәрәк, – тине дәүләт башлығы.
Участкаларға тиклем газ бушлай үтәсәк
Ил Башлығы Рәсәй халҡына ер участкаларына тиклем бушлай газ үткәрергә вәғәҙә итте.
“Әлеге ваҡытта күп ғаиләләр газ селтәрҙәре үткән ауылдарҙа йәшәй. Әммә уларҙың йорттары билдәһеҙ сәбәптәр буйынса газға тоташмаған. Эргәлә генә торба үтә, ә өйҙә газ юҡ,” – тине Владимир Путин.
Дәүләт етәксеһе Хөкүмәткә төбәк властары менән берлектә ошондай йорт хужалыҡтарына газ үткәреү буйынса аныҡ план эшләргә ҡушты.
Президент белдереүенсә, был милекселәр газды ер участкаһы сигенә тиклем килтергән өсөн түләргә тейеш түгел.
– Хөкүмәт был мәсьәләнең бар нескәлектәрен “Газпром” менән дә, башҡа компаниялар менән дә эшләһен – бер ниндәй ҙә өҙөклөктәр булмаҫҡа тейеш. Мин трибуна аша әйттем, кеше көтәсәк, эш туҡтап ҡалырға тейеш түгел. Мин быны үҙем тикшерәсәкмен, – тине Владимир Путин.
Беҙ күперҙәрҙе яндырырға теләмәйбеҙ, әммә...
Владимир Владимирович белдереүенсә, Көнсығыш тарафынан Рәсәйгә ҡарата дуҫтарса булмаған акциялар туҡтамай. Ул ҡайһы бер дәүләттәрҙең беҙҙең илгә ҡарата булған эшмәкәрлеген Киплингтың “Джун-гли китабы”ндағы Табаки шакалы менән сағыштырҙы. “Беҙ реаль тормошта нимә барғанын күреп торабыҙ. Рәсәйҙе бер сәбәпһеҙ йә тегендә, йә бында “эләктерәләр”. Улар янында Шерхан янындағы кеүек ваҡ Табакилар әйләнә башлай. Барыһы ла Киплингтағыса. Башлыҡтарының күңелен күрер өсөн олойҙар”, – тип бик ҡаты әйтте Владимир Путин.
Дәүләт башлығы белдереүенсә, Рәсәй күперҙәрҙе яндырырға теләмәй, әммә, кәрәк була ҡалһа, ҡаты яуап саралары индерәсәк.
Уҡыу йорттарында бюджет урындары артасаҡ
Быйыл илебеҙҙә Фән һәм технологиялар йылы тип иғлан ителгәйне. Был йәһәттән федераль кимәлдә ҙур эштәр баш-ҡарыла.
Шулай алдағы ике йылда Рәсәй вуздарында 45 мең бюджет урындары асыласаҡ. Иң ҡыуаныслыһы шул: уларҙың 70 проценты сығарылыш суденттары күпләп кәрәк булған төбәктәргә биреләсәк. Кәмендә 100 вуз технопарктар асыу, уҡытыу базаһын яңыртыу һәм башҡа маҡсаттар өсөн 100 миллион һум һәм унан да юғарыраҡ гранттар аласаҡ. Был ярҙамға барлыҡ дәүләт вуздары дәғүә итә ала.
– 2024 йылға тиклем гражданлыҡ, шул иҫәптән төплө тикшеренеүҙәр өсөн Рәсәй 1,6 триллион һум аҡса йүнәлтәсәк. Беҙҙең санитар, биологик хәүеф-һеҙлек йәһәтенән ышаныслы ҡалҡаныбыҙ булырға тейеш. Беҙ вакциналар етештереүҙә тулы мөмкинлектәрҙе файҙаланырға тейешбеҙ. Хәүефле инфекция барлыҡҡа килһә, Рәсәй дүрт көн эсендә һөҙөмтәле тест системалары булдырырға һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә вакцина эшләп сығара алырға тейеш. Был бурыстарҙы 2030 йыл-ға тиклем хәл итергә тейешбеҙ, – тине Владимир Путин.