Ул социаль селтәрҙәрҙә граждандарҙың мөрәжәғәттәрен күҙәтеп бара. Һөҙөмтәлә район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәттәрҙе һәр яҡлап ҡарап бара һәм үҙ компетенцияларындағы һорауҙарға яуап һәм аңлатма бирә.
2020 йыл йомғаҡтары буйынса, Мәсетле районы рейтингыла 26-сы урын биләй. Ул инциденттарҙың һанынан, яуаптың йөкмәткеһенән, яҙыу стиленән, инциденттарҙың кисектерелмәй килеүенән сығып билдәләнә.
Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин “Бәйләнештә”, “Фейсбук”, “Инстаграм”да һәм “Класташтар” социаль селтәрҙәрендә районда ғәмәлгә ашырылған ҡарарҙар, яңылыҡтар менән таныштырып бара, район һәм халыҡ тормошондағы үҙгәрештәр тураһында һөйләй, мәсетлеләрҙе байрамдар менән ҡотлай.
Райондағы 12 ауыл биләмәһе хакимиәттәре башлыҡтары ла социаль селтәрҙәрҙә халыҡ менән аралаша. Уларҙың социаль селтәрҙәрҙәге эшмәкәрлеге күҙәтеп барыла.
Район хакимиәтенең сираттағы ултырышында социаль селтәрҙәрҙәге эшмәкәрлеккә мониторинг яһалды. Уның һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға Ҡорғат ауыл биләмәһе башлығы Илфат Мәүликаев сыҡты, әүҙемлек буйынса икенсе баҫҡыста Яңы Мишәр ауыл биләмәһе башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров килә, өсөнсө – Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Раил Низамов.