Социаль өлкә
Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районының социаль өлкәһе эшмәкәрлеге тураһында Пенсия фондының Мәсетле районындағы идаралығы начальнигы Эдуард Бәҙретдинов, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев, “Социум” халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәгенең автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы мөдире Гөлназ Миндиәрова, Мәсетле мәғлүмәт үҙәге мөхәррире Эльвира Баһауетдинова, халыҡ мәшғүллеге үҙәге начальнигы вазифаһын баш- ҡарыусы Иршат Бәйтуллин, “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Лариса Минибаева, опека һәм попечителлек секторы мөдире Регина Ғайсина, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге баш белгесе Артур Сафин, баш белгес – балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның яуаплы секретары Регина Ғилманова сығыш яһанылар. Рәсәй Пенсия фондының Мәсетле районындағы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Мәсетле районында 6998 пенсионер йәшәй, шуның 5743-сө ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы ала, 200 граждан – инвалидлыҡ буйынса, 419 – ҡараусыһын юғалтыу буйынса. Дәүләт пенсия тәьминәте буйынса 636 кеше пенсия ала. Бөгөнгө көндә 823 пенсионер эшләп йөрөй. 1609 кеше айлыҡ аҡсалата түләү ала. Үҙен ҡарай алмаған граждандарҙы ҡараған өсөн 1060 кешегә компенсация түләнә.
Пандемия осоронда “Беҙ бергә” һәм “Беҙҙең хәстәрлек” проекты буйынса волонтерҙар штабы әүҙем эшләне. Баш-ҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе тәҡдиме менән барлыҡҡа килгән “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге”, “Һеҙҙең турала хәстәрлек менән” хәйриә акцияһы буйынса 65 йәштән өлкән граждандарға, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә аҙыҡ-түлек йыйылмалары таратылды. Уҙған йылда Мәсетле районы социаль хеҙмәткәрҙәре коронавирус пандемияһы шарттарында эшләне. “Социум” хеҙмәткәрҙәре сит илдәрҙән ҡайтҡан, 65 йәште уҙған, хроник сирле граждандар-ҙың өйҙәренә барып, хәлдәрен белде, ярҙам итте. “Ғаилә” хеҙмәте ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит”, “Әйберҙәр банкы”, “Ғаилә изгелек бумерангы” хәйриә акциялары уҙғарҙы. Пандемияға бәйле хеҙмәт белгестәре аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләргә, оло һәм яңғыҙ йәшәгән граждандарға аҙыҡ-түлек йыйылмалары таратты. “Ғаилә” хеҙмәте 2020 йылда 1120 кешене хеҙмәтләндерҙе.
Мәғариф
Мәғариф бүлегенең 2020 йылғы эшмәкәрлеге йомғаҡтары менән район мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов сығыш яһаны. Ул белем биреү сифаты, өлгәш, уҡыусыларҙың һәм тәрбиәләнеүселәрҙең мәғариф учреждениеларына йөрөүе, матди базаны нығытыу, туҡланыу мәсьәләләрендә туҡталып үтте. Уҡыусыларҙың һәм уларҙың уҡытыусыларының республика конкурстарында һәм олимпиадаларындағы ҡаҙаныштары тураһында һөйләне.
2020 йылда мәғариф системаһында 12 урта, 4 төп дөйөм белем биреү, 8 башланғыс мәктәп, 25 балалар баҡсаһы, ике өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эшләп килә. Йыл йомғаҡтары буйынса белем сифаты буйынса төп маҡсатлы күрһәткестең 57,4 процентҡа тиклем артыуы күҙәтелә. 2019 йылда ул 53,4% булған. Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына 11 кластарҙа 81 уҡыусы рөхсәт алған. 12 сығарылыш класс уҡыу-сыһы аттестация үтеүҙән баш тартты. Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре – тотош район өсөн сифат баһаһы. Башҡа предметтарға ҡарағанда, рус теле, география, информатика, биология, физика фәндәренән имтихан тапшырыуҙа ыңғай динамика күҙәтелә. Ә бына йәмғиәтте өйрәнеү, инглиз теле, тарих, химия, математика (юғары кимәл) буйынса, киреһенсә, кире күренеш.
2021 йылға мәғариф хеҙмәткәрҙәре алдында Оло Аҡа, Ләмәҙтамаҡ, Әләгәҙ мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” тәбиғи-фәнни профилдәге үҙәктәр асыу, “Һәр баланың уңышы” проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу, мәктәп һәм балалар баҡсаларының матди-техник базаларын нығытыу (спорт инвентары, компьютер техникаһы һатып алыу), мәғариф учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү бурысы тора. 1 сентябргә ҡарата районда төрлө предметтар буйынса 10 уҡытыусы талап ителә.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры Гүзәлиә Әхмәтханова учреждениеның үҙендә төрлө йүнәлештәрҙәге ун берләшмә эшләүе хаҡында һөйләне. Мәктәптәр базаһындағы филиалдарҙа 37 берләшмәлә балалар үҙ күңелдәренә яҡын шөғөл тапҡан. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Илгизәр Ғилметдинов ҡыҙ һәм егеттәрҙең спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары тураһында һөйләне, киләсәккә бурыстар билдәләне.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш, транспорт һәм энергетика өлкәһендәге эшмәкәрлеккә бәйле кәңәшмәлә баш архитектор Дмитрий Баязитов “Башҡорт ихаталары”, “Ҡала мөхите” программаларын, Зауыҡлы биләмәләр йылы нигеҙендә территорияларҙы төҙөкләндереү, районда файҙаланыуға торлаҡ тапшырыуҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса сараларҙың үтәлеше тураһында билдәләп үтте. Уҙған йылда “Башҡорт ихаталары” республика программаһы буйынса Оло Ыҡтамаҡ ауылының Ленин урамындағы 5, 7, 9, 11 һанлы күп фатирлы йорттары территориялары төҙөкләндерелгән. Әләгәҙ ауылында “Заманса ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты сиктәрендә ял һәм мәҙәниәт паркы төҙөкләндерелде һәм тулыланды.
Зауыҡлы биләмәләр йылы айҡанлы халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары булдырыу, торама пункттарҙың тышҡы эстетик йөҙөн булдырыу һәм төҙөкләндереү кимәлен күтәреү маҡсатында район территорияһын төҙөкләндереү буйынса саралар тормошҡа ашырылды. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә һалынған 17 обелиск һәм һәйкәлгә ремонт яһалды. “Таҙа яр” акцияһы уҙҙы, уның барышында йылға буйҙары һәм күлдәр сүп-сарҙан таҙартылды. Һәр йома тирә-яҡты таҙартыу буйынса өмәләр уҙғарыла. Ошо ваҡыт арауығында 30 өмә ойошторолдо.
Мәсетле районы халҡы “Йәшел Баш-ҡортостан” һәм “Йәшел Рәсәй” акцияларында ҡатнашты, шул уңайҙан 1059 ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды. Акцияла 390 кеше ҡатнашты: ауыл биләмәләре халҡы, уҡыусылар, балалар.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса Оло Ыҡтамаҡ ауылының Төҙөлөш урамында күп фатирлы өс ҡатлы йорт төҙөлдө. Яңы фатир-ҙарға “Йәшәргә яраҡһыҙ торлаҡ фондының тотороҡло кәмей барыуын тәьмин итеү” федераль программа проекты буйынса Тыныслыҡ урамының 3-сө һәм Тракт урамының 11-се авария хәлендә тип танылған йорттарында йәшәүселәр күсте.
Кәңәшмәлә шулай уҡ район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов сығыш яһаны. Ул 2018 йылдың октябрь айынан социаль селтәрҙәрҙә халыҡ мөрәжәғәттәрен күҙәтеп, теркәп барған “Инцидент-менеджмент” системаһы эшләй башлауы хаҡында һөйләне. Район халҡы социаль селтәрҙәрҙә төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә, система уларҙы теркәй һәм урындағы власть структураларына хәл итеү өсөн тапшыра.
Азамат Мөхәмәтхаяз улы 2020 йылда башҡарылған эштәр тураһында ла мәғлүмәт бирҙе:
- Оло Ыҡтамаҡ ауылында 140 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды.
- Кесе Ыҡтамаҡ, Түбәнге Бобин, Әжекәй һәм Иҫке Мишәр ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды.
- Йонос – Әбдрәхим – Айып ауылдары араһында газ торбаһы һалыу проекты старт алды.
- Ҡорғат ауылында Аҡа йылғаһы аша күпер асылды һәм Айып ауылы эсендә газ торбалары һуҙылды.
- Урындағы әһәмиәткә эйә булған күпләп төҙөлгән юлдарҙы иҫәпкә алып, 13 торама пункттың 42 урамында 16 километр юлға ремонт эшләнде.
- Оло Ыҡтамаҡ, Әләгәҙ, Дыуан-Мәсетле, Йонос, Ләмәҙтамаҡ ауылдарында сафтан сыҡҡан асфальт ҡатламы яңыртылды.
Кәңәшмәлә юл торошо, урамдарҙы яҡтыртыу, газ үткәреү, төҙөкләндереү, телефон һәм интернет бәйләнеше, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән бәйле бул-ған тармаҡ эшмәкәрлегенең бөтә өлкәләре ҡаралды. Киләсәккә пландар билдәләнде.
Кәңәшмәне тамамлап, район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин сарала ҡатнашыусыларға тотороҡло эшмәкәрлек өсөн рәхмәт белдерҙе һәм киләсәктә уңайлы, хәүефһеҙ йәшәү шарттары булдырыу өсөн күп саралар планлаштырылыуы хаҡында белдерҙе.
Анфиса ИШМӨХӘМӘТОВА,
Лариса РИЗВАНОВА.