Мәғариф өлкәһендә тәрбиә эше
1 сентябрҙән үҙ көсөнә инәсәк Федераль закон “тәрбиәләү” төшөнсәһенә аныҡлыҡ индерә һәм тәрбиәләү эшен ойоштороу механизмын асыҡлай. Ул 2021 йылдың 1 сентябренә тиклем бөтә белем биреү программаһының бер өлөшө булырға тейеш.
Ул уҡыусыларҙы рухи, әхлаҡи һәм интеллектуаль яҡтан үҫтереүгә, уларҙа ватансылыҡ һәм гражданлыҡ тойғоһон тәрбиәләүгә, Ватанды һаҡлаусыларға, өлкән быуынға һәм кеше хеҙмәтенә ҡарата хөрмәт уятыуға булышлыҡ итәсәк.
Һунарға ҡағылышлы ҡағиҙәләр
Башҡортостанда 1 сентябрҙән яңы һунар ҡағиҙәләре урынлаштырыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡтағы бойороҡҡа ҡул ҡуй-ҙы. Документ рәсми хоҡуҡи һәм мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, хәҙер республиканың көньяҡ биләмәһендә – Әбйәлил, Әлшәй, Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Федоровка, Хәйбулла, Шишмә һәм Шаран райондарында ҡоштарға яҙғы һунар апрелдең икенсе шәмбеһенән ун көнгә рөхсәт ителә.
Апрелдең өсөнсө шәмбеһенән иһә республиканың төньяҡ биләмәһендә – Архангел, Асҡын, Балтас, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Благовещен, Борай, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Краснокама, Мәсетле, Мишкә, Нуриман, Салауат, Тәтешле, Учалы, Саҡмағош һәм Яңауыл райондарында.
Һәр кем һунар итеү мөмкинлегенә эйә булған һунар биләмәләрендә ҡыр сусҡа-һына һәүәҫкәр һәм спорт һунары ваҡыты – 1 августан 29 февралгә, ә ҡуянға 1 октябрҙән 31 ғинуарға тиклем сикләнәсәк.