Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
27 Август 2020, 11:00

Пассажирҙарҙы ташыу, һыу менән тәьмин итеү һәм ер участкалары

Район Советының 43-сө ултырышы үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫарҙары, идара һәм структура бүлектәре начальниктары ҡатнашты.

Ултырыш барышында халыҡты транспорт менән тәьмин итеүҙе ойоштороу, бер тапҡыр бушлай ер участкаһын алырға хоҡуҡтары булған граждандарға шәхси торлаҡ төҙөү өсөн ер участкалары биреү, район территорияһында һыу үткәреү селтәре торошо кеүек мәсьәләләр ҡаралды.
Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов һүҙҙәренсә, һыу менән тәьмин итеүгә бәйле проблемалар һыу алыу өсөн ышаныслы сығанаҡтарҙың булмауы һәм торбаларҙың ныҡ иҫкергәнлеге арҡаһында барлыҡҡа килә. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн район үҙәге халҡын һыу менән тәьмин итә алған һыу запастарына тикшереү үткәрелде. Бөгөн Оло Ыҡтамаҡ ауылында дүрт һыу алыу ҡоролмаһы эшләй. Уларҙың ҡеүәте халыҡты һыу менән тулы кимәлдә тәьмин итеү өсөн етмәй. Етмәһә, һыу ҡатылығы 9-12°Ж тәшкил итә (норма – 7°Ж).
Әлеге проблеманы хәл итеү өсөн район “Таҙа һыу” төбәк программаһына индерелде. Уға ярашлы, эштәрҙе башҡарыу өсөн аҡса төбәк һәм федераль бюджеттан бүленә.
Әлеге ваҡытта үҙенә һыу запастарын раҫлауҙы индереүсе проект-смета документацияһын әҙерләү буйынса эштәр алып барыла. 2019 йылда Көнсығыш микрорайоны өсөн өҫтәмә һыу сығанағы табыуға тикшереү үткәрелде. Ул 1980-90-сы йылдарҙа үткәрелгән тикшереүҙәр һөҙөмтәһен – Әй йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан һыу алыу ҡоролмаһының иң ышаныслы сығанаҡ булыуын раҫланы. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, бындағы һыу сифатлы һәм етерлек ҡеүәткә эйә.
“Таҙа һыу” программаһы буйынса проект 2021 йылда төҙөләсәк, 2022 йылда һыу запасы раҫланасаҡ, 2023 йылда төҙөлөш-монтаж эштәре башҡарыласаҡ. Әләгәҙ ауылындағы проблема ла шулай уҡ хәл ителәсәк. Был ҙур күләмле эш, ләкин һөҙөмтәлә халыҡ сифатлы һыу менән етерлек кимәлдә тәьмин ителәсәк.
Мәсетле районында биләмәләр араһын пассажирҙар ташыусы автомобиль транспорты менән хеҙмәтләндереүҙе ойоштороуға килгәндә, районда бөтәһе 15 маршрут эшләй, тип билдәләне Азамат Ҡәләмов. 2014 йылда пассажирҙарҙы ташыусылар билдәләнгән. Оло Ыҡтамаҡ – Ҡорғат, Оло Ыҡтамаҡ – Бор-ғатъя, Оло Ыҡтамаҡ – Октябрьск маршруттары буйынса конкурста ҡатнашырға теләүселәр булмаған.
2018 йылда шәхси эшҡыуарҙың вафат булыуына бәйле, Оло Ыҡтамаҡ – Яңы Мишәр, Оло Ыҡтамаҡ – Теләш маршруттары туҡтатылған. Оло Ыҡтамаҡ – Борғатъя йүнәлешенең туҡтатылыуы – шәхси эшҡыуарҙың сирләп китеүенә бәйле. Артабан был йүнәлештәр буйынса конкурс иғлан ителгән. Теләш һәм Яңы Мишәр ауылдары яғына конкурста “УфаЛайн” ойошмаһы (Өфө ҡалаһы) еңеп сыға. Уның эшенә ҡарата район хакимиәте яғынан да, халыҡ яғынан да ялыуҙар була. 2020 йылдың ғинуарында “УфаЛайн”, маршруттарҙың килем килтермәүенә һылтанып, эшен туҡтатыуы тураһында хәбәр итә.
Февраль айында район хакимиәте яңынан халыҡты ташыуҙы көйләү буйынса конкурс иғлан итә. Конкурста ҡатнашырға теләк белдереүселәр булмай. “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһына конкурста ҡатнашырға тәҡдим итәләр, тик ул буш автобустарҙың юҡлығына һылтанып баш тарта. Ҡалған ташыусылар талаптарҙың ҡаты булыуына һылтана, сөнки транспорт саралары берҙәм стилдә булырға, автобустар ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырылырға, билеттар “Алға” системаһы аша һатылырға тейеш.
Даими тарифтар буйынса маршруттар ойоштороу мәсьәләһе килеп тыуған (пассажирҙарҙы ташыусы шәхси эшҡыуарҙарға етмәгән килемде бюджеттан компенсациалау). Хәҙер Теләш, Яңы Мишәр ауылдарына маршрут менән ваҡытлыса шәхси эшҡыуар “Байрамғолов” тәьмин итә. Башҡа йүнәлештәр буйынса проблема асыҡ ҡала.
Азамат Мөхәмәтхаяз улы бер тапҡыр һәм бушлай ер участкаһы алыу хоҡуғына эйә булғандарға – күп балалы һәм йәш ғаиләләргә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләргә шәхси йорт төҙөү өсөн ер участкалары биреү буйынса аңлатма бирҙе.
Бөтә ғариза биреүселәр ер участкаһын район үҙәге биләмәһендә алырға теләй. Бөгөнгә тиклем Көнсығыш биҫтәһендә ер участкаһы биреү мөмкинселеге булмаған, сөнки ул 2018 йылда уҡ бүленеп бөткән. Шунлыҡтан Көньяҡ-2 биҫтәһен булдырыу ҡарары ҡабул ителгән. Бының өсөн генераль планға үҙгәрештәр индерелгән, биләмәне планлаштырыу проекты әҙерләнгән һәм раҫланған.
Көньяҡ-2 биҫтәһендә шәхси йорт төҙөү өсөн 400-ҙән ашыу ер участкаһы бар. Оҙаҡламай бөтә килгән ғаризалар буйынса ер участкаһы бирелә башлаясаҡ.
Шулай уҡ 43-сө ултырышта Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы Уставына үҙгәрештәр индереү; Мәсетле районы Советының 2019 йылдың 20 декабрендәге “2020 йылға һәм 2021, 2022 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы бюджеты тураһында”ғы 441-се ҡарарына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү; Мәсетле районында инвалидтар-ға социаль ярҙам күрһәтеү һәм уларҙы яҡлау тураһындағы ҡануниәттең үтәлеүе буйынса мәсьәләләр ҡаралды.