Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
20 Август 2020, 11:10

Таусылар ҡалаһында - күсмә "Инвестиция сәғәте"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сибай ҡалаһында барған Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында “Инвестиция сәғәте” форматында республика Инвестиция комитетының күсмә ултырышын үткәрҙе.

Кәңәшмәне асып, төбәк етәксеһе Инвестиция комитеты ағзаларына иҡтисадтағы ыңғай үҫеш өсөн рәхмәт әйтте.
– 2020 йылдың тәүге алты айы һөҙөмтәләре буйынса, инвестициялар күләме туғыҙ процентҡа үҫкән, – тине Радий Хәбиров. – Әгәр декабрь өсөн дә Росстат шундай уҡ ыңғай динамиканы күрһәтә икән, маҡтаясаҡмын.
Артабан эш ғәҙәттәге йүнәлештә китте. Предприятиелар һәм эшҡыуарҙар менән уларҙың проекттары буйынса аралашыу башланды.
“Эко-Сити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Семен Земсков Баймаҡ районында етештереүсәнлеге йылына 100 мең тонна булған сүп-сарҙы эшкәртеү буйынса проект тәҡдим итте. Барлыҡ рөхсәттәрҙе алып бөткәс һәм халыҡ менән йәмәғәт тыңлауҙары үткәс кенә уны төҙөй башлаясаҡтар. Инвестиция күләме – 541 миллион һум. 100-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла. Предприятие килемгә һәм мөлкәт һалымына ташламалар биреүҙе, объектҡа электр, газ үткәреүҙә, юл төҙөүҙә ярҙам һорай.
Башҡортостан Башлығы проектты өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерергә һәм 2020 йылдың декабренә тиклем коммуникацияларға тоташтырыу мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
“РегионТермоСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Александр Беляев Баймаҡ районында вермикулит нигеҙендә ҡатнаш аҙыҡ етештереү комплексы төҙөү тураһында һөйләне. Яңы тауарҙы төрлө өлкәлә – атмосфераға ташланған токсик парҙан һәм төтөндән таҙартыу, агросәнәғәт комплексы, малсылыҡ һәм түгелгән нефть тауарҙарын йыйыуҙа сорбент сифатында ла файҙаланып буласаҡ. Инвестиция күләме 200 миллион һум булған проект Инвестиция комитетының хуплауын алды.
“Байрамғол агрофирмаһы” һөт етештереүҙе йылына 17 мең тоннаға тиклем арттырырға йыйына. Бының өсөн Учалы районының Ураҙ һәм Урал ауылдарында мал һанын 2 мең башҡа тиклем еткерергә теләйҙәр. Генераль директор Константин Нурмуханов белдереүенсә, унда яңы фермалар төҙөргә һәм булғандарын яңыртырға планлаштыралар. Был яңы 200 эш урыны булдырыу мөмкинлеге бирәсәк. Компания проектҡа 374 миллион һум аҡса һалырға әҙер.
– “Байрамғол агрофирмаһы” – билдәле предприятие. Һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙҙе дауам итеүегеҙ, яңы пландар төҙөүегеҙ бик яҡшы. Мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров.
Сибайҙағы төҙөлөп бөтмәгән ТЭЦ-тың етештереү майҙансығында “Шугур-М” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йылына 12 мең тонна ҡеүәтле өҙөлмәй торған базальт сүстәр һәм улар нигеҙендә беренсел материалдар етештерергә йыйына. Генераль директор Александр Вишняков белдереүенсә, уларҙың тауары республиканың төҙөлөш тармағында бик кәрәк. Инвестиция күләме 3,5 миллиард һум тәшкил итә, был 400 яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеге бирә. Инвесторҙар һалым ташламалары һәм инженер селтәренә тоташтырыуҙа булышлыҡ итеүҙе һорай. Был проект та ярҙам аласаҡ.
“ДМС” сауҙа-етештереү холдингы Сибайҙа һөт тауарҙары етештереү буйынса завод төҙөргә планлаштыра. Генераль директор Татьяна Обухова белдереүенсә, компания тәүлегенә 250 тонна һөт эшкәртергә һәм ҡоро һөт тауарҙары, ҡатнашмалар, һыйыр майы етештерергә планлаштыра. Бының өсөн яңы 150 эшсе талап ителә. Холдинг был проектҡа 2,6 миллиард һум аҡса һалырға әҙер. Республиканан ҡорамалдар һатып алыуҙа субсидия менән ярҙам итеүҙе һорайҙар. Был проект та өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереләсәк.
Әйткәндәй, быға тиклем инвестиция һабантуйы барышында Андрей Назаров менән холдингтың генераль директоры инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйғайны.
Һабантуйҙа ҡул ҡуйылған тағы бер инвестиция килешеүе “Времена года” компанияһы менән булды. Уға ярашлы, Благовещен ҡалаһында һыйҙырышлылығы 100 мең тонна булған йәшелсә әҙерләү, һаҡлау һәм һатыу үҙәге төҙөләсәк. Был Өфө һәм яҡындағы райондар баҙарын урында етештерелгән йәшелсә менән тәьмин итеү мөмкинлеге бирәсәк. Предприятиеның генераль директоры Сергей Марков белдереүенсә, проектты тормошҡа ашырыу 114 яңы эш урыны булдырасаҡ.
Был проект та ярҙам аласаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева