Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
14 Август 2020, 11:20

“Башҡортостан кешеләре” – яҡташтарҙы берләштереүсе проект

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты, Мәскәү ҡалаһындағы “Башҡортостан яҡташлығы” рәйесе Инга Юмашева “Башҡортостан кешеләре” проекты нигеҙендә республика райондары буйлап эш сәфәре менән сыҡты. Мәсетлелә район халҡы, тарихы һәм мәҙәниәте менән танышты.

Инга Альберт ҡыҙы – проекттың ойоштороусыһы. Төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәрле яҡташтарҙы берләштереү уйы уға күптән килә. Берләшмә ситтә, тыуған яҡтан алыҫта яңы эш башлаған яҡташтарға ярҙам итеү, Башҡортостан имиджын Рәсәйҙә һәм бөтә донъяла нығытыу маҡсатында ойошторолған.
Башҡортостан студенттары был проекттың сайтын (людибашкирии.рф) булдырған. Унда инеп, берләшмәгә ҡушылырға мөмкин. Проект девизы: “Башҡортостан – паспортта түгел, ә йөрәктә”. Киләсәккә Инга Юмашеваның пландары ҙур – проектҡа төрлө илдәрҙә йәшәгән Башҡортостандан сыҡҡан кешеләрҙе берләштереп, ҡалалар-ҙа штаб-квартиралар булдырып, онлайн-аралашыуҙан тыш, төрлө саралар уҙғарыу. Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин әңгәмә барышында Мәсетле районы тор-мошо, уның хәҙерге көнө, мәҙәни һәм социаль өлкәһенең торошо хаҡында һөйләне.
Инга Юмашева райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла булды. Уның директоры Нәзирә Әхкәмова тәүге коммунарҙарҙың тыуған төйәге тарихына экскурс үткәрҙе, Мәсетле районынан сыҡҡан данлыҡлы кешеләр хаҡында һөйләне.
– Ҙур түҙемһеҙлек менән ҡумыҙ музейын күргем килде, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Инга Альберт ҡыҙы. – Ҡумыҙ музейы – райондың иң күренекле урыны. Иҫ киткес музыка уйын ҡоралы үҙенең тауышы менән арбай. Шуныһы ҡыуаныслы: һеҙҙең яҡтарҙа был музыка ҡоралында уйнарға йәш саҡтан өйрәтәләр.
Ул Мәсетле районына икенсе тапҡыр килеүе, бындағы халыҡтың ҡунаҡсыл булыуы, тыуған яғын ихлас яратҡан кешеләр йәшәүе хаҡында әйтте.