Башҡортостанда “Халыҡты һәм биләмәне тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһында” республика законына төҙәтмәләр көсөнә инде. Атап әйткәндә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вәкилдәре хәүефле сирҙең таралыуын ғәҙәттән тыш хәл төшөнсәһенә индерҙе.
* 1 августан эшләп йөрөгән пенсионер-ҙар арттырылған пенсия ала башлай, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән.
* 29 июлдә Рәсәй президенты Владимир Путин видеоконференция режимында илдә санитар-эпидемиологик хәл һәм һаулыҡ һаҡлау системаһының көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлеге тураһында кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты, тип хәбәр ителә республика етәксеһе хакимиәте сайтында.
* Йыл һайын 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө уҙғарыла башлай. Баш-ҡорт теле көнөнә арналған ижтимағи-мәҙәни һәм аң-белем таратыу саралары 2024 йыл-ға тиклем үткәрелергә тейеш.
* 28 июлдә Кропачево-Мәсәғүт-Әчит трассаһында “Ман” йөк машинаһы һәм “Форд Транзит” пассажир автобусы ҡатнашлығындағы авария ике ҡатын-ҡыҙҙың ғүмерен өҙҙө. Икеһе лә – Башҡортостандың Салауат районы Ахун ауылынан. 29 йәшлек ҡыҙ самолетта ире менән Ҡырымға осоу өсөн Өфөгә китеп барған. Ләкин уҡытыу- сы һәм “диңгеҙ музейы” етәксеһе Рауил Саматовтың ҡыҙы ял итеү урынына барып етә алмаған. Икенсеһе — Ахун ауылында тыуып үҫкән 49 йәшлек ханым.
* Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы 2021 йылда дәүләт ярҙамы күр- һәтеүгә ғаризалар ҡабул итеү тураһында иғлан итте. Сәнғәт һәм мәҙәниәт, милли, дәүләт-конфессия һәм ижтимағи-сәйәси мөнәсәбәттәр өлкәһендә ижтимағи әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған йәмәғәт һәм дәүләт ойошмалары субсидия алырға хоҡуҡлы.
* Башҡортостан Рәсәйҙә турист-рекреация кластерҙарын булдырыу һәм экотуризмды үҫтереү өсөн федераль конкурстың финалсылары иҫәбенә инде.
* Башҡортостандың Иглин районы Урман ауылында, элекке ҡорал склады биләмәһендә, 28 июлдә шартлау яңғыраған. Боеприпастар шартлауы арҡаһында дүрт кеше зыян күргән.
* Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау республика программаһы 20 процентҡа үтәлгән, тип хәбәр иттеләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.
* Башҡортостанда 21 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән хеҙмәткә саҡырылыусылар һәм 60 йәштән өлкәндәр пневмониянан прививка алды. Быйыл республика ошо инфекциянан вакцина һатып алыуҙы биш тапҡыр-ға арттырҙы: федераль бюджет иҫәбенә бер йәшкә тиклемге 43 800 балаға һәм 40 500 сабыйға ҡабаттан вакцина һалыу өсөн 95 600 доза һатып алынды.
* Башҡортостанда Рәсәйҙең көньяҡ курорттарынан ҡайтыусыларҙы аэропортта, авто- һәм тимер юл вокзалында, шулай уҡ автомобилдә сәйәхәт итеүселәр өсөн өйҙә коронавирусҡа тикшерә башлайҙар.
* Яңы уҡыу йылы башынан Рәсәй уҡытыусылары класс етәкселеге өсөн 5 мең һум өҫтәмә түләү ала башлай. Был хаҡта дүшәмбе Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов хәбәр итте.