Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
17 Апрель 2020, 16:00

Конституцияға төҙәтмәләр рейтингы

Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) РФ Конституцияһына индереү планлаштырылған аныҡ төҙәтмәләрҙең рәсәйлеләр өсөн мөһимлеге тураһында мәғлүмәттәр бирҙе.

Ватандаштарыбыҙға баһалау өсөн тәҡдим ителгән аныҡ төҙәтмәләр араһында рәсәйлеләр дәүләт яғынан медицина хеҙмәтләндереүенең һәр кем ала алырлыҡ булыуын һәм сифаты тәьмин ителеүен иң мөһим, тип иҫәпләй (95%). Балаларҙы дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше тип таныу һәм уларға мотлаҡ социаль ярҙам күрһәтеү рәсәйлеләр өсөн шулай уҡ әһәмиәтле (93%).
Рәсәйлеләр өсөн тыуған илебеҙҙең уникаль тәбиғи күп төрлөлөгөн яҡлау һәм һаҡлап ҡалыу (92%), адреслы социаль ярҙам һәм социаль түләүҙәрҙе индексациялау гарантияһы (92%), шулай уҡ пенсияларҙы йыл һайын мотлаҡ индексациялау (92%) тигеҙ дәрәжәлә мөһим төҙәтмәләр булып тора.
Дәүләт яғынан илебеҙҙең фәнни-технологик үҫешенә ярҙам күрһәтеү йөкләмәһен ватандаштарыбыҙҙың 91 проценты мөһим, тип иҫәпләй. Шулай уҡ 10 рәсәйленең 9-ы дәүләтте хеҙмәтсәндәр хоҡуҡтарын яҡлау өсөн яуаплы тип таныуҙың мөһимлеге һәм минималь эш хаҡының йәшәү минимумынан да кәм билдәләнмәүе өсөн сығыш яһай (90%).
Граждандарҙың 89-ар проценты Конституцияла тарихи дөрөҫлөктө яҡлауҙы (тарихты ялғанлаштырыуҙы һәм Ватанды һаҡлаған халыҡ батырлығын кәметеп күрһәтеүҙе тыйыу) һәм илебеҙҙең территориаль бөтөнлөгөн һәм бүленмәй торғанлығы тураһындағы положениены нығытыуҙы мөһим тип иҫәпләй.
Конституцияла һанлы мәғлүмәттең һәм персональ мәғлүмәттәрҙең яҡланылыуын тәьмин итеүҙе нығытыуҙы рәсәйлеләрҙең 86 проценты мөһим, тип иҫәпләй. Шулай уҡ 85% хайуандарҙы һаҡлау һәм уларға ҡарата яуаплы мөнәсәбәт формалаштырыуҙы Конституцияға тиң әһәмиәтле тип таный. Рәсәйлеләр- ҙең шундай уҡ өлөшө Рәсәйҙең халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙәге роле тураһындағы төҙәтмәне мөһим тип иҫәпләй, уға ярашлы беҙҙең дәүләт халыҡ-ара именлекте тотоу һәм нығытыу буйынса саралар күрә, дәүләттәр һәм халыҡтарҙың бергә татыу йәшәүен тәьмин итә.
10 рәсәйленең 8-е муниципаль һәм дәүләт чиновниктары өсөн матди ҡиммәттәрен РФ-тан ситтә һаҡлауға сикләү, шулай уҡ илдән ситтә гражданлыҡ һәм күсемһеҙ милек булдырыуға тыйыу индереүҙе мөһим, тип иҫәпләй (81%). Ир менән ҡатын союзы кеүек никах институтын Конституция менән яҡлауҙы ватандаштарыбыҙҙың 80 проценты мөһим күрә.
Түбәндәге төҙәтмәләр 80 проценттан аҙыраҡ хуплау тапты: Конституцияның халыҡ-ара хоҡуҡтан өҫтөнлөгө (73%), илебеҙҙән ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙың дәүләт яғынан хоҡуҡтарын яҡлау өсөн яуаплылыҡ (71%), элекке йәки хәҙерге президент өсөн киләһе президент һайлауҙарында ҡатнашыуға сикләүҙе бөтөрөү (61%), шулай уҡ влас-тың халыҡ өсөн асыҡ берҙәм системаһын булдырыу (57%).
Федерациялар Советы вәкәләттәрен киңәйтеү һәм Дәүләт Думаһы вәкәләттәрен киңәйтеү кеүек төҙәтмәләр хуп-лаусы тауыштарҙың яртыһынан аҙырағын йыйҙы.
Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге.