Шулай уҡ икенсе вариант бар – 26 апрель, ләкин был датаны һайлауҙары бик икеле.
Тауыш биреү Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы төп законға төҙәтмәләр ҡабул иткәс, ләкин улар ҡабул иткән федераль конституция законы үҙ көсөнә ингәнгә ҡәҙәр уҙғарыла.
Президент Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә хәбәр итеүенсә, Конституцияға төҙәтмәләр индереү хаҡында һуңғы ҡарар халыҡтың тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса ҡабул ителә.
Әлегә Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнөнә бәйле булған ҡарарҙар ҡабул итеүҙең процедура ваҡыты билдәләнмәгән. Тауыш биреү ваҡыты һәм уҙғарыу тәртибе Владимир Путиндың махсус указында күрһәтелә.
Тауыш биреү алдынан күләмле мәғлүмәт кампанияһы ойошторола.
«20% килһә лә, законлы тип һанала – кем теләгән, шул килгән, — тип билдәләне ул. — Төҙәтмәләрҙе парламент ҡабул итә, закон буйынса, был етә».
http://www.bashinform.ru/bash/1403586/