Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
16 Ғинуар 2020, 16:00

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа 2020 йылғы Мөрәжәғәтнамәһе

Рәсәй Федерацияһы Президенты Федераль Йыйы- лышҡа һәр йылғы Мөрәжәғәтнамәһендә әсәлек капиталы, дарыуҙар менән тәьмин итеү, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа темаларға ҡағылды. Ҡыҫҡаса өҙөктәрҙе беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Беренсе балаға әсәлек капиталы
2020 йылдың 1 ғинуарынан ғаиләләргә беренсе балаһы тыуғас та әсәлек капиталы түләнә башлаясаҡ. Йыл һайын әсәлек капиталы индексацияланасаҡ.
“Әле был программа 2021 йылдың 31 декабренә тиклем иҫәпләнгән. Беләм, күп кешеләрҙе борсоған һорау йыш яңғырай: 2021 йылдың 31 декабренән һуң дәүләт нимә эшләргә йыйына? Беҙ был программаны оҙайтырбыҙ. Кәмендә 2026 йылдың 31 декабренә тиклем”.
3-тән алып 7 йәшкәсә балаларға айлыҡ түләүҙәр
“Әлеге йылдың ғинуарынан килемдәре бер кешегә ике йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләр беренсе һәм икенсе балаларына айлыҡ түләүҙәр аласаҡ. Шуның менән бергә, элекке кеүек йәш ярымға тиклем түгел, ә өс йәшкә тиклем. Түләү күләме тәғәйен төбәктәге баланың йәшәү минимумына бәйле. Уртаса алғанда ил буйынса ул бер балаға айына ун бер меңдән ашыу. Тағы ла бер тапҡыр әйтке килә: уртаса, был төбәккә бәйле”.
Башланғыс мәктәп уҡыусылары өсөн ҡайнар аш
Владимир Путин барлыҡ 1-4 класс уҡыусыларын бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итергә тигән тәҡдим индерҙе.
Дарыуҙар менән тәьмин итеү
“Ағымдағы йылда кешегә бушлай йәки федераль йәиһә төбәк льготаһына ҡарап ҙур ташлама менән бирелеүсе препараттарҙы алыусыларҙың үтә күренмәле берҙәм регистры эшләй башларға тейеш, башҡаса бында буталсыҡтар булмаһын. Шулай уҡ Рәсәйгә әлегә рәсми рөхсәттәре булмаған айырым махсус препараттарҙы рәсми һәм үҙәкләштереп индерергә мөмкинлек биреүсе законлы ҡарарҙар ҡабул ителде лә инде”.
Һаулыҡ һағының тәүге звеноһын модернизациялау
“Илдең бөтә төбәктәрендә лә поликлиникаларҙы, район дауаханаларын, тиҙ ярҙам станцияларын ремонтлайһы һәм яңы техника менән йыһазландыраһы бар. Был бурыс-тарҙы хәл итеүгә беҙ өҫтәмә рәүештә 550 млрд һум бүлдек, 90 проценттан ашыуы – ул федераль ресурстар”.
ФАПтар селтәрен йәйелдереү
“Быйыл беҙ, профилле милли проектта ҡаралғанса, тулы күләмдә фельдшер-акушерлыҡ пункттары селтәрен йәйелдереүҙе тамамларға тейеш”.
Табиптарҙың торлаҡ проблемаларын хәл итеү
“Үҙ сиратымда Федерация субъекттарының резервтар табып, табиптар, фельдшерҙарҙың торлаҡ проблемаларын хәл итеү менән яҡындан шөғөлләнеүҙәрен, айырыуса ауылдарҙа, ҡасабаларҙа, бәләкәй ҡалаларҙа, бының өсөн барлыҡ механизмдарҙы, шул иҫәптән хеҙмәт торлағын файҙаланыуҙарын үтенәм”.
Кадрҙар әҙерләү
“Яңы уҡыу йылында медицина һөнәре буйынса вуз- дарға ҡабул итеү тәртибен һиҙелерлек үҙгәртергә тәҡдим итәм. бюджет урындарының дауалау эше буйынса 70 проценты һәм педиатрия буйынса 75 проценты маҡсатлы буласаҡ. Маҡсатлы ҡабул итеүгә квоталар РФ төбәктәре заявкалары буйынса формалаштырыласаҡ. Әммә улар, үҙ сираттарында, белгестәр тап шунда эшкә барһын өсөн уҡыу-ҙарын тамамлаясаҡ студенттарға эшкә урынлаштырыу гарантияһын бирергә тейеш”.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.