Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
24 Декабрь 2019, 11:00

19 декабрҙә Владимир Путиндың ун бишенсе матбуғат конференцияһы уҙҙы

Быйылғы осрашыуҙың иғтибар үҙәгендә иҡтисад, тышҡы сәйәсәт һәм ил төбәктәре мәсьәләләре булды. Матбуғат конференцияһы быға тиклем күҙәтелгән рекордтарҙы уҙып китте: аккредитация үткән журналистар һаны 1900 кешегә тиклем барып етте, дәүләт башлығының журналистар менән аралашыу ваҡыты ла тәү тапҡыр дүрт сәғәттән артты.

Экология, допинг,
реаль сектор, Украина
Тәүге һорау климат үҙгәрешенә бәйле булды. Климат буйынса Париж килешеүе 2030 йылға һауаны бысратыуҙы 25-30 процентҡа кәметеүҙе күҙ уңында тота (был килешеүгә Рәсәй ҙә ҡушыл-ған). Был маҡсат ирешерлекме?
Путин билдәләүенсә, Рәсәй һауаны зарарлаусы төп “эмитенттарға” инмәй. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, төп “эмитенттар” – АҠШ менән Ҡытай. Улар 16 процентҡа һауаны бысрата, Евросоюз – 11%, Рәсәй – 6%, Һиндостан – 5%. Төп бурыс –температураның артыуын 5 проценттан арттырмау. Путин билдәләүенсә, глобаль йылытыуҙың аныҡ сәбәбен бер кем дә белмәй. Ҙур территориялы һәм төрлө климатлы беҙҙең ил өсөн был проблема ҡатмарлаша ғына. Әммә Рәсәй температура артыуы эҙемтәләрен кәметергә тырышасаҡ, тип өҫтәне дәүләт башлығы.
Президентҡа хәҙерге иҡтисад секторында советтар мираҫы тураһында һорау бирҙеләр. Журналист күп тән-ҡитселәрҙең бөгөнгө Рәсәйҙең башлыса совет иҡтисады ҡаҙаныштарына нигеҙләнеүен миҫал итеп килтерҙе. Путиндан СССР тарҡалғандан һуң иҡтисадта ниндәй үҙгәрештәр булыуы тураһында һоранылар.
“Тәнҡит беҙҙе һәр ваҡыт уйланырға мәжбүр итә. Беҙ мең йыллыҡ Рәсәй дәүләте, шул иҫәптән совет осоро ҡаҙаныштары менән файҙаланмай булдыра алмайбыҙ. Ул осорҙа күп нәмә эшләнгән, һәм беҙ уның менән ғорурланабыҙ. Еңеү, космосҡа сығыу. Беҙ ҡеүәтле держава булдырғандары өсөн ата-бабаларыбыҙға рәхмәтле булырға тейеш- беҙ”, – тине Путин.
Артабанғы һорау WADA ойошмаһының Рәсәй йыйылма командаһын халыҡ-ара ярыштарҙан дүрт йылға сикләүенә бәйле ҡарарына бәйле булды.
Президент был ҡарарҙың ғәҙел түгеллеген һәм законды боҙоуын билдәләне, сөнки ул Олимпия хартияһына ҡаршы килә. Улай ғына түгел, Рәсәй йыйылма командаһына Пхенчханда Олимпиадала ҡатнашырға рөхсәт итмәнеләр, хәҙер шуның өсөн йәнә сикләйҙәр. Путиндың фекеренсә, допинг өсөн уны ҡулланған кешеләр язаһын күрергә тейеш, ә тотош йыйылма команда түгел.
Журналистар шулай уҡ Украина, атап әйткәндә, “норманд форматы” мәсьәләһен ситләп үтмәне. Президенттан уның Украина президенты Владимир Зеленскийҙы нисек баһалауы һәм тәүге һөйләшеүҙәрҙә алға китеш булғанмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһындылар.
“Мин ғәмәлдәге лидерҙарға бер ҡасан да характеристика бирмәйем”, – тип билдәләне Путин.
Уның фекеренсә, “норманд форматы” сиктәрендә Минск килешеүҙәренә альтернатива юҡ. Зеленскийҙың, Киев-ҡа ҡайтҡандан һуң, Минск килешеүҙәрен үҙгәртергә кәрәк, тип иғлан итеүе аптырата. Проблемаларҙы хәл итеүгә асҡыс – Донбасстың үҙенсәлекле статусы тураһында закон. Президенттың әйтеп үтеүенсә, Киев конституцияһын үҙгәртергә теләмәй, ә ул Украинаға бик кәрәк, ДНР һәм ЛНР менән һөйләшеү ҙә кәрәк. “Норманд форматы”нда осрашыу актуаль, сөнки хәлде көйләүҙә үҙгәрештәр бар.
АҠШ, Ҡытай һәм Белоруссия санкциялары
Путиндан шулай уҡ санкциялар һәм халыҡ-ара хәүефһеҙлек архитектураһы емерелеүе контексында Рәсәй һәм АҠШ мөнәсәбәттәренең артабан үҫеше тураһында һоранылар.
Рәсәй Президенты АҠШ-та хәҙер киҫкен эске сәйәси көрәш бара, тип билдәләне. Трампҡа “нигеҙһеҙ” импичмент иғлан ителгән. Был СНВ-3 килешеүенә өҙөлөү хәүефе янағанда килешеүҙәрҙе ҡатмарлаштыра. Әгәр АҠШ риза булһа, Рәсәй ҡоралланыуға контроль тураһында килешеүгә бөгөн үк ҡул ҡуйырға әҙер.
Артабан Ҡытай журналисы Рәсәй-Ҡытай мәнәсәбәттәре үҫешеүе перс-пективалары, күп яҡлы тыныслыҡ һәм протекционизм саралары ярҙамында ирекле сауҙаға ҡамасаулаған АҠШ-тың ҡаршы тороуы тураһында һораны.
Путин Рәсәй менән Ҡытайҙың мөнәсәбәттәренең юғары кимәлгә сығыуын билдәләне. Ике ил араһындағы тауар әйләнеше 100 млрд долларға етте, хәҙер был һанды икеләтә арттырыу бурысы тора. Президенттың әйтеүенсә, Мәскәү менән Пекин космос, самолеттар эшләү, транспрот өлкәһендә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итә. Путин Рәсәй менән Ҡытайҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеген күп яҡлы тыныслыҡ шарттарында халыҡ-ара гарантия, тип атаны.
Ҙур матбуғат конференцияһында Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Конституцияһында президентлыҡ срогы тураһындағы статьяла “рәттән” тигән һүҙ хатаһын алып ташлау мөмкинлеген билдәләне.
“Конституцияға килгәндә, ул – тере инструмент, йәмғиәттең үҫеш кимәленә тап килергә тейеш. Минеңсә, беҙгә Төп Законды үҙгәртергә, яңыһын ҡабул итергә кәрәкмәй, сөнки унда беҙгә кәрәкле, аныҡ билдәләнгән фундаменталь нәмәләр бар. Улар беренсе бүлектә тупланған. Был нигеҙҙәр, минеңсә, тейелгеһеҙ”, – тине Президент.
Башҡа бүлектәрҙе, Владимир Путиндың фекеренсә, үҙгәртергә мөмкин. “Әле ошоға ҡағылышлы төрлө бәхәстәр бара. Тәҡдим индергән кешеләрҙең логикаһын аңлайым. Был Президенттың, Хөкүмәттең өҫтөнлөктәрен бер аҙ үҙгәртеп, парламенттың хоҡуғын киңәйтеүгә бәйле. Әммә бындай ғәмәлде яҡшы әҙерләп, йәмғиәттә төплө тикшергәндән һуң ғына башҡарырға кәрәк”, – тине дәүләт етәксеһе.
Бер үк ваҡытта Владимир Владимирович президентлыҡ срогы тураһындағы статьяла “рәттән” тигән һүҙҙе алып ташлау ихтималлығын белдерҙе. Рәсәй Конституцияһының дүртенсе бүлегендәге 81-се статьяның 3-сө пунктында бер үк кешенең Президент вазифаһын рәттән ике сроктан күберәк биләй алмауы тураһында әйтелә.