Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
13 Декабрь 2019, 13:00

Рәсәй Президенты 31 декабрҙә ял итеү тураһындағы тәҡдимгә яуап бирҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин Кеше хоҡуҡтары советы ултырышында быйыл 31 декабрҙә ял итеү тураһындағы тәҡдимде кире ҡаҡманы. Шул уҡ ваҡытта ул, ҡарар ҡабул итеү өсөн ваҡыт бик аҙ ҡалды, тип билдәләне.

“Әле декабрь уртаһы, Яңы йыл байрамы яҡынлаша. 31 декабргә бәйле ниндәй ҡарарға килербеҙ, әйтә алмайым. Ваҡыт аҙ ҡалды, әммә мин һеҙҙең фекерҙе ишеттем”, – тине ул.
31 декабрь көнөн ял итеү тураһындағы закон проектын Дәүләт Думаһы депутаттары 28 ноябрҙә тәҡдим иткән ине. Уларҙың аңлатыуынса, 31 декабрь эш көнөнә тура килгәндә, хеҙмәткәрҙәр үҙ хеҙмәт бурыстарын тулыһынса үтәмәй, сөнки улар Яңы йылға әҙерләнә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – яңы йыл каникулы, 7 ғинуар – Христос Раштыуаһы – байрам көндәре булып тора. 2020 йылда 4 һәм 5 ғинуарҙағы байрам көндәре шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килә. Шуға күрә 4 ғинуарҙағы ял көнө – 4 майға, 5 ғинуарҙағыһы 5 майға күсерелә. 2019 йылдың 31 декабрендә эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
#ВладимирПутин