Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
18 Октябрь 2019, 14:00

Өфөлә стратегик сессия уҙҙы

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ алып барыусы эшҡыуарҙарҙы арттырыу эшендә мөһим бурыстарҙың береһе – бизнес өсөн мәғлүмәт эко-мөхите булдырыу.

Ошо маҡсатта бәләкәй һәм урта эш-ҡыуарҙар корпорацияһы бизнес-навигатор (https:// smbn.ru/) порталы булдырҙы. Уның сервистары ярҙамында бизнесты үҫтерергә, “Бер тәҙрә” форматында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъект-тарына дәүләт ярҙамы саралары тураһында көнүҙәк мәғлүмәт алырға мөмкин.

24-25 сентябрҙә Башҡорт-остан башлығы Радий Хәбиров һәм корпорацияның генераль директоры Александр Браверман ҡатнашлығындағы республика стратегия сессияһында эшҡыуарҙар һанлы платформа ҡулланыу тәжрибәләре менән уртаҡлашты. 2016 йылдың сентябренән 2019 йылдың авгусына тиклем бизнес-навигатор порталында республиканың барлығы 30 мең эшҡыуары теркәлгән. Был ресурс әлегә тиклем эшләп килгән бизнес өсөн дә, яңы эш башларға йыйыныусылар өсөн дә файҙалы. Портал ярҙамында бизнес-планды иҫәпләргә, конкуренттар һанын анализларға, ҡуртымға алыу өсөн бина табырға, дәүләт ярҙамы саралары, дәүләт ҡатнашыуы булған эре заказ биреүселәрҙең күпләп һатып алыуҙары тураһында мәғлүмәт табырға була.

Ресурстың эш принцибы ябай. Теркәү ИНН буйынса башҡарыла. Компанияның профиле буйынса йәки эшҡыуарҙың шәхси кабинетында үҙегеҙ йәшәгән төбәк өсөн актуаль булған ярҙам саралары: субсидия программалары, гранттар, льготалы лизинг, ҡорамалды ҡуртымға алыу, милек алыу адреслы исемлеген ҡарарға мөмкин. Эшҡыуарҙар шулай уҡ эҙләү һәм фильтр-лау механизмы менән файҙалана, үҙ өлкәһенә тап килгән ярҙам саралары исемлеген алыу мөмкинлегенә эйә.

Порталда потенциаль һәм ғәмәлдәге контрагенттар мониторингын эшләргә һәм тикшерергә, тауар һәм хеҙмәттәргә заказ яһаусы эре һатып алыусыларҙың актуаль һатып алыу процедураһын тикшерергә була.

Сервис сиктәрендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам инфраструктураһын булдырған ойошмалар һәм власть органдары өсөн шәхси кабинеттар булдырылған. Был ярҙам алыу, мәғлүмәттәр һәм документтар менән идара итеү мәсьәләләре буйынса эшҡыуарҙар менән онлайн режимында интерактив эш итеү мөмкинлеге бирә.