Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
24 Сентябрь 2019, 17:00

Ауыл биләмәләре башлыҡтары

Мәсетле районында ауыл советтарының беренсе ултырыштары үтте, унда яңы депутаттар корпусы тарафынан ауыл биләмәләре башлыҡтары, ауыл биләмәләре советтары рәйестәре урынбаҫарҙары һайланды. Шулай уҡ беренсе ултырышта советтарҙың даими комиссиялар составтары формалаштырылды. Яңы һайланған депутаттарға таныҡлыҡтар һәм значоктар тапшырылды.

Абдулла ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы итеп Рәфис Ганус улы Носратуллин һайланды. 1971 йылдың 11 октябрендә Абдулла ауылында тыуған. Урта махсус белемле: Көнгөр автотранспорт техникумы (1990 й.), автомобиль транспортын эксплуатациялау, техник-эксплуатациялаусы.


Әләгәҙ ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы итеп Тәлғәт Мәҡсүт улы Вәлитов һайланды. 1968 йылдың 11 авгусында Әләгәҙ ауылында тыуған. Урта махсус белемле: Свердловск автоюл техникумы (1991 й.), техник-механик.


Оло Аҡа ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы итеп Вадим Игоревич Шаһибитдинов һайланды. 1983 йылдың 18 майында Оло Аҡа ауылында тыуған. Юғары белемле: Башҡорт дәүләт аграр университеты (2013 й.), иҡтисадсы.


Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы итеп Альберт Марат улы Ғилметдинов һайланды. 1987 йылдың 27 апрелендә Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. Юғары белемле: Киров исемендәге Санкт-Петербург дәүләт урман-техник университеты (2013 й.), “Ағас эшкәртеү технологияһы” специальносе буйынса инженер.


Дыуан-Мәсетле ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы итеп Мәғәмүр Муллаяр улы Ханнанов һайланды. 1965 йылдың 8 сентябрендә Бурансы ауылында тыуған. Юғары белемле, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Баш-ҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы (2013 й.), көрсөккә ҡаршы идара, иҡтисадсы.


Ҡорғат ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы итеп Илфат Рәфҡәт улы Мәүликаев һайланды. 1980 йылдың 28 мартында Юлай ауылында тыуған. Урта һөнәри белемле: 153-сө Оло Ыҡтамаҡ һөнәрселек училищеһы (1998 й.), Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы (2015), социаль-мәҙәни эшмәкәрлек, күп кеше ҡатнашлығында мәҙәни саралар, театр тамашалары ҡуйыу һәм ойоштороу.


Ләмәҙтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы итеп Раил Юламан улы Низамов һайланды. 1969 йылдың 1 майында Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Юғары белемле: Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институты (1993 й.), инженер-механик.


Кесе Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы итеп Степан Аурелевич Гуштюк һайланды. 1973 йылдың 6 октябрендә Молдавияның Леов районы Яргора ҡасабаһында тыуған. Бакалавр белеменә эйә: Башҡорт дәүләт университеты (2017 й.), педагог.


Яңы Мишәр ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы итеп Баймөхәмәт Нөрмөхәмәт улы Ғүмәров һайланды. 1978 йылдың 4 февралендә Ясин ауылында тыуған. Урта махсус белемле: Дыуан совхоз-техникумы (1996 й.), агроном.


Яңы Яуыш ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы итеп Рөстәм Ғәлиулла улы Әхмәтйәнов һайланды. 1966 йылдың 28 июнендә Иҫке Мишәр ауылында тыуған. Урта махсус белемле: Благовещен һөнәрселек училищеһы (1987 й.), бухгалтер.


Ростов ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы итеп Ирек Мәғәрүф улы Ғәлимов һайланды. 1963 йылдың 5 майында Тәкә ауылында тыуған. Юғары белемле: Силәбе дәүләт педагогия институты (1989 й.), физкультура уҡытыусыһы.


Йонос ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы итеп Рәүеф Мөғин улы Ниғмәтуллин һайланды. 1968 йылдың 15 февралендә Йонос ауылында тыуған. Юғары белемле: Башҡорт дәүләт аграр университеты (2005 й.), ауыл хужалығын механизациялау, инженер.