Дөйөм мәғлүмәттәр буйынса, делегаттарҙың яртыһы тиерлек Башҡортостандың үҙенән булһа, 157 вәкил Рәсәй төбәктәрендә йәшәй. 50 делегат АҠШ, Швейцария, Голландия, Монако, Израиль, Латвия һәм башҡа, йәм-ғеһе 21 илдән килгән ине.
Трибунаға тәү башлап Салауат Юлаев дәүләт премияһы лауреаты, күренекле яҙыусы, ғалим, филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүр күтәрелде. Ул был мөһим ваҡиғаның Башҡортос-тандың 100 йыллығы менән тап килеүен, рухыбыҙҙы киләсәккә өмөт менән ҡарарға илһамландырыуын билдәләне.
Артабан доклад менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин сығыш яһаны.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу-сы Радий Хәбировтың әйткән һәр фекере тиерлек ултырышта ҡатнашыусылар тарафынан көслө алҡыштар менән йылы ҡабул ителде.
– Беҙҙе донъяла ҡурайсы, бейеүсе, умартасы кеүек боронғо стереотип итеп ҡабул итмәһендәр өсөн башҡорттарға булған элекке ҡарашты үҙгәртергә кәрәк, – тип билдәләне етәксе. – Замана башҡортоноң йыйылма образында ата-бабаларыбыҙҙың быуатлыҡ аҡылы, эскерһеҙлек, киң күңеллелек һәм ҡунаҡсыллыҡ, эшсәнлек, һынауҙарға ҡаршы торорлоҡ сыҙамлыҡ, мобиллек һәм заманса үҫешергә әҙер булыу ярылып ятырға тейеш. Башҡорт Миңлеғәле Шайморатов кеүек илһөйәр һәм Тыуған иленең һаҡсыһы, Мостай Кәрим кеүек зирәк, Айрат Шаммазов кеүек аҡыллы, Радик Юлъяҡшин кеүек һәләтле, Азамат Ҡолмөхәмәтов кеүек дипломат, Венер Ғәлиев кеүек көслө, Ләйсән Үтәшева кеүек һылыу булырға тейеш.
Радий Хәбиров тағы ла үҙ сығышында башҡорт теленә ҡағылышлы проблемаларҙы ла атап үтте. Башлыҡ фекеренсә, туған телебеҙгә хәүеф бар икән, ул нәҡ үҙебеҙҙең вайымһыҙлыҡтан, битарафлыҡтан. Етәксе шулай уҡ, киләсәктә мәктәптәрҙә туған телде өйрәнеү ҡыҙыҡлыраҡ буласаҡ, тип белдерҙе, сөнки ярҙамға уйын формаһындағы интерактив алымдар киләсәк.
Замана афәттәре, ауылдарҙың аяныслы хәлдәре лә Радий Фәрит улы иғтибарынан ситтә ҡалманы.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшендә Мәсетле районы делегацияһы ла булды. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Һөләймән ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәйрүзә Дусмөхәмәтова, Яңы Яуыш мәктәбе уҡытыусыһы, ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Денис Нәбиуллиндан торған делегацияны район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин етәкләне. Шулай уҡ ҡоролтай делегаттары араһында Һабанаҡ ауылында тыуып үҫкән, бөгөн Өфөлә йәшәүсе һәм Өфөнән делегат итеп һайланған “ ЧОП ТАЙПАН” яуаплылығы сикләнгән йәм-ғиәтенең генераль директоры Рус-лан Зарипов та бар ине. Фәйрүзә Дусмөхәмәтова ҡоролтай барышы тураһында һөйләне:
– Сара милли башҡорт батыры Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Теркәлгән ваҡытта бар делегаттарға китап, флешка, кепка һәм футболка менән портфелдәр тапшыр-ҙылар. Фойела китаптар, гәзит һәм журналдар, интерактив уйындар күргәҙмәһе, шулай уҡ Башҡортостан республикаһы Милли әҙәбиәт музейының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған планшет күргәҙмәһе ойошторолғайны. Шулай уҡ бында милли башҡорт кейемдәре һәм музыка инструменттары алырға мөмкин ине. Күптәрҙе башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтар ҡыҙыҡһындырҙы. Беҙ шағир Шәйехзада Бабичҡа телеүҙәк алдында ҡуйылған һәйкәлде асыуҙа ҡатнаштыҡ.
Төштән һуң 8 дискуссия май-ҙансығы эшләне. Уларҙа башҡорт теленән алып сәнғәт һәм эшҡыуарлыҡҡа тиклем көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Мин билдәле тарихсы Марат Ҡолшәрипов алып барған тарих буйынса май-ҙансыҡты һайланым. Ул баш-ҡорттарҙың килеп сығышы тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты, Башҡорт автономиялы республикаһы тураһында ҡарар-ҙың нисек һәм ниндәй шарттарҙа ҡабул ителеүе тураһында һөйләне, диалектҡа бәйле һорауҙар күтәрелде.
Шулай уҡ беҙҙең “Мираҫ” ғаилә ансамбле концерт программаһы менән сығыш яһаны. Ҡоролтайҙың икенсе көнө Ишембай районында “Торатау йыйыны”нда дауам итте.