Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
31 Май 2019, 18:00

Һабантуйҙы алкоголһеҙ ҡаршылайыҡ

БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә алкоголь баҙарындағы хәлде тикшерҙеләр.

Асыҡланыуынса, Һуңғы ҡыңғырау байрамы көнөндә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы ваҡытлыса сикләү тәҡдим ителһә лә ҡайһы бер магазиндар уны инҡар иткән. Мәҫәлән, 23 майҙа республиканың 126 магазинында 769 шешә алкоголь һатылған, ә 25 майҙа 47 магазинда – 154 шешә.

“Хоҡуҡ боҙоусыларҙың барыһына ла ҡарата саралар күреләсәк”, – тине Баш-ҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Асылова.

Алкоголь һатыуҙы тыйыу талабын боҙған өсөн вазифалы кешеләргә 20-40 мең һум штраф һалына, юридик ойошмаларға – 100 меңдән 300 мең һумға тиклем.

Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе билдәләүенсә, алкоголь продукцияһын һатыу осраҡтарының барыһы ла ЕГАИС системаһында теркәлеп бара. Функционал лицензияһы булған һәр продукцияның ҡайһы сауҙа нөктәһендә һатылғанын ваҡытына, чек номерына һәм продукцияның исеменә тиклем билдәләргә мөмкинлек бирә.

Әммә, ЕГАИС-тың бындай өҫтөнлөктәре һыра һәм һыра эсемлектәрен, маркировкаһы булмау сәбәпле, теркәмәй. Шуға күрә Һабантуй халыҡ байрамы ваҡытында республика ҡала һәм райондарында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы сикләү өсөн махсус рейдтар уҙғарыласаҡ.

30 майҙа республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Башҡортостан ҡала һәм ауылдарында Һабантуй көнөндә алкоголь һатыуҙы сикләүгә йүнәлтелгән закон проектын ҡараны.

“Башҡортостанда этил спиртын, алкоголь һәм спирты булған продукцияны етештереү һәм уларҙың әйләнеше өлкәһендә эшмәкәрлекте көйләү, алкоголь продукцияһы ҡулланыуҙы сикләү тураһында” республика законына үҙгәрештәр индереү көн һайын алкоголь һатыуға ғәмәлдәге тыйыуҙы өс сәғәткә оҙайтып, уны 22 сәғәттән 10 сәғәткә тиклем билдәләүе ихтимал (хәҙерге 23 сәғәттән 8 сәғәткә тиклем урынына).

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йоланы боҙоп, һабантуйҙарҙы спиртлы эсемлекһеҙ уҙғарырға тәҡдим итте.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, һабантуйҙың ыңғай һәм кире яҡтары ла бар. Һәр предприятие, хужалыҡ сәсеү эштәренең тамамланыуы уңайынан тирмә ҡора һәм йола буйынса ҡунаҡтарҙы һыйлай башлай.

“Әйҙәгеҙ, ҡунаҡтарҙы алкоголһеҙ эсемлек менән һыйлау йолаһын башлайыҡ, – тип тәҡдим итте Хәбиров. – Беҙҙең сикләүҙәр бөтәһенә лә: халыҡҡа ла, чиновниктарға ла, етәкселәргә лә ҡағыла. Юғиһә, беҙ ошо идеяны юҡҡа сығарырбыҙ, ниәт изге, һаулыҡҡа һәм именлеккә йүнәлтелгән”.
Әйткәндәй,

- “Хәүефһеҙ мөхит” порталында “Алкоголь продукцияһын легаль булмаған юл менән һатыу” бүлеге барлыҡҡа килде, – тип хәбәр итте Гүзәл Асылова. – Алкоголде легаль булмаған юл менән һатыуҙы асыҡлау һәм уға юл ҡуймау буйынса сараларҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн “Хәүефһеҙ мөхит” (“Безопасная среда”) ресурсында был өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡабул итеү функционалы бар. Килгән мөрәжәғәттәр вәкәләттәребеҙ сиктәрендә ҡараласаҡ. Мөрәжәғәттәрҙең бер өлөшө, компетенцияларына ярашлы, саралар ҡабул итеү өсөн Эске эштәр министрлығына ебәреләсәк. “Хәүефһеҙ мөхит” порталы “Инцидент” системаһы менән бер рәттән был мәсьәлә буйынса халыҡ менән кире бәйләнеш өсөн һөҙөмтәле каналға әйләнер, тип ышанабыҙ.

Власть вәкилдәре закон менән нығытылған яңы инициативаны ҡабул итеүҙең мөһимлегендә инанды. Йәштәр көнөндә (27 июндә), Белем көнөндә (1 сентябрҙә, әгәр 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килһә, 2 сентябрҙә), республиканың һәр районында айырым бер көндә үткәрелгән һабантуй халыҡ байрамында магазиндарға спиртлы эсемлек һатыу рөхсәт ителмәй.