Эксперттар биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күскән республика уҡыусылары өсөн тематик шәмбеләр үткәреүҙе ата-әсәләр менән берлектә тикшерҙе. Төркөмдәр “Туристик шәмбе”, “Экологик шәмбе”, “Сәләмәтлек шәмбеһе”, ”Этношәмбе”, “Мәҙәни шәмбе”, “Патриотик шәмбе” секциялары буйынса эшләне.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу-сы Радий Хәбиров бала мәнфәғәттәрен яҡлауға арналған мөһим сарала белем биреү барышындағы көсөргәнешлекте кәметеү, йәш быуындың сәләмәтлеге, мәктәп туҡланыуы, тыуымды арттырыу, һаулыҡ йәһәтенән үҙенсәлекле балаларҙың көнитмеше тураһында ла һөҙөмтәле һөйләшеүгә саҡыр-ҙы һәм Башҡортостанда был йәһәттән алып барылған эштәргә, яңы башланғыстарға туҡталды.
Беҙҙең райондан форумда дүрт бала әсәһе, “Ҡарағай” шифаханаһы тәрбиәсеһе Светлана Таксанова, ике ул үҫтергән әсә, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогы Зәлифә Ҡәләмова, дүрт бала әсәһе, Баш-ҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Зилиә Фәтҡуллина ҡатнаштылар. Был саранан илһамланып ҡайтҡан ошо әсәйҙәр районыбыҙҙа “Әүҙем ата-әсәләр” йәмәғәт ойошмаһы булдырып, артабан эште ойоштороу өсөн тәүҙә мәктәптәрҙең һәм балалар баҡсаларының ата-әсәләр комитеттары етәкселәрен саҡырырға уйлайҙар.
Светлана Таксанова: “Биш көнлөк уҡыу аҙнаһы форумда мөһим темаларҙың береһе булды, әлбиттә, әммә уны тикшереү төп маҡсаты түгел ине. Әлеге мәлдә төп бурыс – баланың белем алыуы һәм тәрбиәһе өсөн яуаплылыҡ мәғариф учреждениеларында түгел, ә ата-әсәләрҙең үҙҙәрендә ятыуын аңлатыу. Бының өсөн үҙ идеялары менән уртаҡлашырлыҡ битараф булмаған ата-әсәләр-ҙе табырға кәрәк. Көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн көстәр-ҙе арттырыу мөһим.
Төрлө ойошмаларҙың бушлай күрһәтелгән хеҙмәттәре тураһында һөйләнелде. Квалификациялы медицина хеҙмәткәр-ҙәрендә медполис буйынса бушлай тикшерелергә мөмкин. Квалификациялы кадрҙар етешмәй икән, мәҫәлән, нейропсихологты районыбыҙға саҡырыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ Башҡортостанда ғаилә порталы эшләп килә. Унда балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн кәрәкле бар мөһим мәғлүмәтте табырға мөмкин. Беҙҙең районда ата-әсәләр, ғаиләләр менән эштәр алып барыла. Был функцияларҙы “Ғаилә” ойошмаһы башҡара. Уларҙың эше һөҙөмтә бирһен өсөн ата-әсәләрҙең әүҙем хеҙмәттәшлеге талап ителә, шул ваҡытта ғына уңышҡа ирешергә мөмкин”.