Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
27 Февраль 2019, 12:05

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

20 февралдә ил башлығы Федераль Йыйылышҡа 15-се тапҡыр Мөрәжәғәтнамә менән мөрәжәғәт итте

Барыһы ла ғаилә һәм балалар хаҡына

Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә 2020 йылдың 1 ғинуарынан ғаиләлә беренсе һәм икенсе бала тыуыуға бәйле түләүҙәргә ҡағылышлы ҡағиҙәләргә үҙгәрештәр индереләсәге хаҡында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, беренсе һәм икенсе балаға пособиены йән башына уртаса килеме ике йәшәү минимумынан түбәнерәк булған ғаиләләр аласаҡ. Был сара дәүләт ярҙамы алған ғаиләләр һанын бер ярым тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Тәҡдим ҡануниәт тарафынан нығытылғандан һуң, беренсе һәм икенсе балаһы тыуған ғаиләләрҙең 70 проценты пособие алыуға хоҡуҡлы буласаҡ.
Пособие арта, һалым ташламалары киңәйә

Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәһендә 2019 йылдың 1 июленән инвалид бала ҡарау буйынса пособиены 10 мең һумға тиклем арттырыу тураһында белдерҙе. Әлегә инвалид балаларҙы һәм тыумыштан беренсе төркөм инвалиды булған кешеләрҙе ҡарау өсөн тәғәйенләгән пособие күләме ни бары 5,5 мең һум тәшкил итә.

Шулай уҡ Президент күп балалы ғаиләләр өсөн һалым льготаларын киңәйтергә тәҡдим итте. Мәҫәлән, һәр бала өсөн фатирҙа – биш, шәхси йортта ете квадрат метр майҙанды һалымдан азат итеү күҙаллана. Тейешле закондар ҡабул ителһә, ишле ғаиләләр алты сутыйға тиклем ер өсөн дә һалым түләмәйәсәк.
Ипотека ставкалары түбәнәйә

Ил башлығы Үҙәк банк алдына ипотека ставкаһын – туғыҙ, һуңыраҡ һигеҙ процентҡа тиклем түбәнәйтеү бурысын ҡуйҙы. Был хаҡта Май указдарында ла билдәләнгәйне.

– Былтырғы йылдан икенсе йәки артабанғы балалары тыуған ғаиләләр ипотека буйынса ташлама менән ҡулланыу мөмкинлегенә эйә булды. Улар алты процент түләй, ҡалғаны дәүләт тарафынан субсидиялана. Әммә был сараны ла һирәк файҙаланалар, сөнки ташлама өс йәки биш йыл ғына ғәмәлдә була. Был льготаны ипотека кредиты осоронда ғәмәлдә ҡалдырырға тәҡдим итәм, – тине Президент үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә.
Йәш сик түгел

“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған белгестәр ҙә ауыл еренә йәки бәләкәй ҡалаға күсенгәндә бер тапҡыр бирелеүсе түләүҙәр аласаҡ. Табиптарға – бер миллион һум, фельдшерҙарға 500 мең һум ҡаралған.

Владимир Путин
«Ауыл уҡытыусыһы»

программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда 2020 йылдан «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте. Программа ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға күскән уҡытыусыларға миллион һум аҡса түләүҙе күҙ уңында тота. Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, белем биреүҙең йөкмәткеһе лә үҙгәрергә тейеш. Дәүләт стандарттарында ил үҫешенең өҫтөнлөктәрен сағылдырыу мөһим. Дәреслектәрҙең федераль исемлегенә иң яҡшы баҫмаларҙы индерергә кәрәк.
Эшҡыуарға баҫым булмаһын!

Илебеҙ эшҡыуарҙарына административ баҫым туҡтатылһын! Был талап Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә яңғыраны.

Владимир Владимирович билдәләүенсә, бындай баҫымды туҡтатыу өсөн яңы саралар күреләсәк. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күптән түгел республиканың район-ара, район һәм ҡала судтары вәкилдәре менән үткәрелгән семинар-кәңәшмәлә әйтеүенсә, эшыуарҙар ҡулға алыныу һәм штраф ихтималлығы аҫтында көн итергә тейеш түгел, ә судтар үҙҙәренең үлсәп эш итеүе нигеҙендә иҡтисадтың тейешле шарттарҙа йәшәүенә ярҙам итә ала.
Социаль йүнәлештән һалым юҡ!

Яҡын киләсәктә төҙөлөш компаниялары табышҡа һалым түләүҙән азат ителәсәк, тик бының үҙ шарты бар.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнеүенсә, дәүләткә һәм муниципалитеттарға тапшырылған инфраструктур һәм социаль проекттар өсөн табышҡа һәм өҫтәмә хаҡҡа һалымдар түләнмәйәсәк. Белгестәр әйтеүенсә, был яңы шарт ҡалаларҙы комплекслы үҫтереүҙе дәртләндерәсәк.

Милли парктарға ҡараш үҙгәрә

Экологик талаптар артыуға бәйле, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә милли парктар мәсьәләһенә лә ҙур урын бирелде.

Был мәсьәлә, нигеҙҙә, яңы милли парктар асыуға һәм уларға яҡын йәшәгән халыҡтың ошо тәбиғәт мөғжизәләренә ҡарашын үҙгәртеүгә ҡайтып ҡала. Был үҙгәреш милли парктары һәм ҡурсаулыҡтары күп булған Башҡортостанға ла ҡағыла.
“Йәшел” продукцияға тамға кәрәк

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илебеҙҙә етештерелгән “йәшел” продукцияға айырым бренд булдырыу бурысын ҡуйҙы.

Эш шунда: донъя баҙарында һатыл-ған аҙыҡ-түлектең экологик яҡтан таҙа булғаны ҡалманы. Был иһә Рәсәйҙә етештерелгән һәм таҙалығы буйынса билдәлелек алған ризыҡҡа ошо баҙарға киңерәк үтеп инеү мөмкинлеге бирә. Былтыр илебеҙҙең ауыл хужалығы тармағында экспорт 20 процентҡа артҡан.
Кешене алдап булмай

Быйыл пенсия реформаһына ярашлы, пенсия күләме индексацияланды. Әммә пенсионерҙың килеме йәшәү минимумынан артҡанда, уға социаль өҫтәмәне элекке күләмдә түләү туҡтатылды йәки бөтөнләй кәметелде. Шуға күрә кешеләр көткән һөҙөмтә булманы. Рәсәй Президенты ошо ғәҙелһеҙлекте бөтөрөргә ҡушты. Ошо йылдың 1 ғинуарынан башлап пенсияларҙы һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәрҙе индексациялау йәшәү минимумынан юғарыраҡ кимәлдә буласаҡ. Дәүләт тәүҙә пенсияны йәшәү минимумына тиклем еткерергә тейеш, шунан һуң ғына пенсияны һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәрҙе индексацияларға бурыслы.
Вәғәҙә — иман

Президент үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә 2020 йыл аҙағына медицина ярҙамын Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәүсе һәр кем аласаҡ, тип һүҙ бирҙе.

2019–2020 йылдарҙа йәнә 1590 табиплыҡ амбулаторияһы һәм фельдшерлыҡ пункты төҙөләсәк һәм яңыртыласаҡ. Әле ҡайһы бер төбәктәрҙә “Һаҡсыл поликлиника” проекты уңышлы эшләп килә. Регистратурала һәм табип кабинетына көтөү ваҡыты уртаса 3–4 тапҡырға ҡыҫҡара, физик мөмкинлектәре сикләнгән һәм балалы ата-әсәләр өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған. Ошо тәжрибәгә таянып, Президент һаҡсыл поликлиникаларҙың юғары стандартын эшләргә, уларҙы аттестациялау ҡағиҙәләрен ҡабул итергә ҡушты. Ә 2021 йылдан башлап бөтә балалар поликлиникаларын яңы стандарттарға күсереү башланасаҡ. Иң мөһиме, алтаҡталарҙың яңыртылыуынан тыш, халыҡ үҙҙәренә ҡарата йылы, иғтибарлы мөнәсәбәтте тойорға тейеш, тип билдәләне ил етәксеһе.
Белешмә йыйып ыҙаланмаясаҡһығыҙ

Медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙалана алырлыҡ булыуын яҡшыртыу өсөн һаулыҡ һаҡлау тармағын мәғлүмәтләштереү ярҙамға киләсәк.

Президент үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә дөйөм һанлы селтәргә медик-социаль экспертиза ойошмаһын да индереү кәрәклеген билдәләне. Был үҙ сиратында өлкән- дәрҙе, инвалидтарҙы, балалы ғаиләләрҙе сиратта тороуҙан, кәрәкмәгән белешмә йыйыуҙан ҡотҡарасаҡ.

(“Башҡортостан” гәзитенән).