Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
7 Февраль 2019, 14:09

Иғтибар үҙәгендә – мәғариф

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында “Ос” (“Взлетай”) мәктәп белеменең беренсе форумы ойошторолдо.

Был форумға Мәсетле районынан мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов, 1-се лицей директоры вазифаһын башҡарыусы Надежда Бабушкина, Дыуан-Мәсетле урта дөйөм белем биреү мәктәбе мөдире Анфиса Ғәйнетдинова һәм Яңы Яуыш төп дөйөм белем биреү мәктәбе мөдире Рәмзиә Хәбибуллина барҙы.

Форум барышында ун дискуссия майҙансығы эшләне, унда белем биреү мәсьәләләре тикшерелде.

Форумды асҡан ваҡытта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сығыш яһаны һәм мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡытыуға күсергә тәҡдим итте. Ул балалар мәктәп программаһынан артыҡ йонсой, ныҡ арый һәм ял көндәрен ғаиләһе менән бергә уҙғарырға тейеш, тип иҫәпләй. Шуның менән бергә, биш көнлөк уҡытыуға күскәндә уҡытыусыларҙың эш хаҡы һаҡланып ҡаласаҡ. Бушаған 32 шәмбенең һигеҙен Радий Хәбиров мәктәпкә бағышларға тәҡдим итте.

Мәҫәлән, беренсе шәмбене дөйөм мәктәп спартакиадаһына арнарға, унда уҡыусылар бергәләп ваҡыттарын спорт ярыштарында үткәрә аласаҡ. Икенсе шәмбене октябрҙә тыуған яҡты өйрәнеүгә биреп, унда арҙаҡлы яҡташтар йәки хеҙмәт геройҙарын саҡырырға мөмкин. Ноябрь шәмбеһен, төбәк етәксеһе фекеренсә, Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтен өйрәнеүгә бағышлап булыр ине.

Шулай уҡ ул халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадалар еңеүселәренә һәм уларҙың республика Башлығы премияларына лайыҡ булған остаз педагогтарына дипломдар тапшырҙы.

“Ос” проекты – ул өҫтәмә белем биреү ресурстарын файҙаланыу иҫәбенә урта дөйөм белем биреү программалары буйынса уҡыусының функциональ һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән комплекслы программа. Ә уны бойомға ашырыу Башҡорт- остан Республикаһының белем биреү ойошмаларын тамамлаусыларҙа юғарыраҡ ҡулайлашыу һәләттәре формалашыуын тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.