Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
28 Ғинуар 2019, 14:04

Төҙөлөштөң яҙмышы ниндәй?

Район үҙәге халҡы Совет урамында ҙур сауҙа үҙәге төҙөүгә ҡаршы.

Төҙөүсе Оло Ыҡтамаҡ ауылында сауҙа үҙәге төҙөргә планлаштыра. Ошо маҡсатта Совет урамы, 32 адресы буйынса 1447 кв. м. майҙанлы ер участкаһы һатып ала.

Объектты төҙөүгә рөхсәт алыу өсөн ул район хакимиәтенә проект менән мөрәжәғәт итә. Документты өйрәнгәндән һуң, район хакимиәте уны кире ҡаға, сөнки проект раҫланған ҡала төҙөлөшө регламентына тап килмәй. Эш шунда: муниципаль район Советы ҡарары менән раҫланған Ер менән файҙаланыу һәм төҙөү ҡағиҙәләренә ярашлы, был ер участкаһында төҙөлөш өсөн максималь процент 40% тәшкил итә. Был ер участкаһының майҙанынан сығып ҡарағанда, төҙөлөштөң максималь майҙаны 579 кв. метрҙан артмаҫҡа тейеш. Ә бирелгән проект буйынса бинаның май-ҙаны 748 кв. м. тәшкил итә.

Ни өсөн ризалыҡ бирелмәүенә аңлатыу алғас, ғариза биреүсе, Ҡала төҙөлөшө кодексына ярашлы, капиталь ҡоролманы рөхсәт ителгән төҙөлөштөң сикке параметрҙарынан ситләшеү өсөн рөхсәт алыу-ға Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы хакимиәтенә мөрәжәғәт итә.

Ошоға бәйле18 ғинуарҙа 11.00 сәғәттә асыҡ тыңлауҙар үтте. Унда 23 кеше, шул иҫәптән Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы хакимиәте ҡарары менән раҫланған комиссия, инженер селтәрҙәре ойошмалары белгестәре, ауыл халҡы ҡатнашты. Асыҡ тыңлауҙар мәсьәләһе буйынса Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте исеменә ике тәҡдим килгән.

Ауыл халҡының төҙөүсе вәкилдәре менән осрашыуы бик ҡыҙыу башланды. Был участкала сауҙа үҙәктәренең күплегенә, транспорт сараларының күпләп йөрөүенә, һөҙөмтәлә юл-транспорт ваҡиғаларының күп булыуына, автомобилдәрҙе ҡуйырға урындар-ҙың аҙ булыуына һәм һауаның бысраныуына бәйле ризаһыҙлыҡтар күп булды. Объектты төҙөү буйынса проблемалы һорауҙар тикшерелгәндә, ғариза биреүсенең проекты булманы.

Совет һәм Яр буйы урамдары халҡының, йәмәғәт структуралары вәкилдәренең фекерҙәрен тыңлағандан һуң, комиссия капиталь ҡоролошто рөхсәт ителгән төҙөүҙең сикке параметрҙарынан ситләшеүгә рөхсәт бирмәҫкә ҡарар ҡабул итте.