Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
18 Декабрь 2018, 19:06

Мортаза Рәхимов: Мөрәжәғәтнамәлә Радий Хәбиров үҙе күргән проблемалар менән сығыш яһаны

Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимов Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы әйтеүенсә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына Радий Хәбиров үҙенең эш сәфәрҙәре барышында осраған реаль проблемалар тураһында әйтте.

– Ике ай эсендә ул күп ҡала һәм райондарҙа булды, республика халҡының бөгөн нисек йәшәүен белде. Ҡыҙғанысҡа күрә, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ғәмәлдә булған һәм эшләгән система юҡҡа сыҡты. Әгәр элек шул уҡ Баймаҡ, Хәйбулла йәки Әбйәлил райондарында йәшәүселәр баҫыуҙарҙа һәм фермаларҙа эшләһә, бөгөн улар башҡа төбәктәргә эшкә китергә мәжбүр. Мин республика етәксеһенең бөгөнгө Мәрәжәғәтнамәһен ыңғай баһалайым, – тине Мортаза Рәхимов.

Башҡортостандың тәүге президенты Радий Хәбировтың уның кәңәштәренә мохтаж булмауын белдерҙе.

– Радий Фәрит улы ауылда тыуып үҫкән, төрлө вазифаларҙы башҡарған, шул иҫәптән Мәскәүҙә лә эшләгән. Уға минең кәңәштәр артыҡ булыр. Радий Фәрит улы бөгөн республиканың проблемаларын яңы форматта асты, башҡарма власына конкрет бурыстар ҡуйҙы. Башҡортостан үҙенең юғалтҡан позицияларын кире ҡайтарырға тейеш. Республика халҡына бәхет, именлек, яҡшы тормош, иң мөһиме – һаулыҡ теләйем, – тине Мортаза Рәхимов.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.