Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
11 Декабрь 2018, 14:01

Ҡотлайбыҙ!

Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айҙар Әхмәтшин сираттағы оператив кәңәшмәлә бер төркөм райондаштарыбыҙға наградалар тапшырҙы.

- Башҡортостан Республикаһы Нотариаль палатаһы булдырылыуҙың 25 йыллығы уңайынан халыҡтың хоҡуҡи мәҙәниәтен үҫтереүгә, уларға аңлатыу эше алып барыуға, Башҡортостан Республикаһының нотариустар йәмғиәте абруйын һәм нотариустар репутацияһын нығытыуға йүнәлтелгән әүҙем эшмәкәрлектәре өсөн Лариса Сафина менән Ирина Искорцеваға район хакимиәтенең Рәхмәт хатын;

- “Байыҡ-2018” республика телевизион конкурсының II дәрәжә лауреат дипломын “Ҡабырсаҡ” халыҡ фольклор коллективына (етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Әхмәтйәнова) һәм “Ҡарағай” шифаханаһы солисткаһы Наилә Сәлимоваға;"Телефон номеры" конкурсы өсөн һан - һигеҙ.

- БР дәүләт (муниципаль) власть органдары хеҙмәткәрҙәре һәм хеҙмәт коллективтары араһында “Ғорурланам һинең менән, Башҡортостан!” республика художестволы үҙешмәкәрлек смотры дипломдарын район хакимиәтенең бейеү коллективына (“Бейеү” номинацияһында I урын), район хакимиәтенең ҡумыҙсылар ансамбленә (“Инструменталь жанр” номинацияһында I урын), Зөлфиә Әхмәтоваға (“Нәфис һүҙ” номинацияһында ҡатнашҡан өсөн), ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбленә (“Вокал” номинацияһында II урын өсөн), район хакимиәтенең вокаль триоһына (“Вокал” номинацияһында ҡатнашҡан өсөн).

Айгөл Шарапова.