Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
28 Ноябрь 2018, 19:03

Йәмәғәт советы

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәте ҡарамағындағы йәмәғәт советы 2018 йылдың 6 мартында ғәмәлгә ингән “Мәҙәниәт, сәләмәтлекте һаҡлау, мәғариф, социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә ойошмалар һәм медицина-социаль экспертиза федераль учреждениелары тарафынан хеҙмәт күрһәтеү шарттары сифатын бойондороҡһоҙ баһалауҙы уҙғарыуҙы камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” 392-ФЗ һанлы 2017 йылдың 5 декабрендәге Федераль законға ярашлы, сифатты бойондороҡһоҙ баһалау үткәреү буйынса ике йәмәғәт советы булдырыу тураһында иғлан итә.

Йәмәғәт советтарына кандидат булараҡ теркәлеү өсөн йәмәғәт берләшмәләре һәм башҡа коммерцияға ҡарамаған ойошмалар тарафынан күрһәтелергә кәрәк. Йәмәғәт советтарына кандидаттар тәҡдим иткән ойошмалар Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәте ҡарамағындағы йәмәғәт советына рәсми тәҡдим ебәрә.

Ойошмалар тарафынан хеҙмәт күрһәтеү шарттары сифатын бойондороҡһоҙ баһалау уҙғарыу буйынса йәмәғәт советы составы өс йылға раҫлана. Сифатты бойондороҡһоҙ баһалау уҙғарыу буйынса йәмәғәт советы составына дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, ошо өлкәләрҙә эшмәкәрлек алып барған йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, шулай уҡ үрҙә һаналып үткән өлкәләрҙә эшмәкәрлек алып барған ойошмалар етәкселәре (уларҙың урынбаҫарҙары) инә алмай.

Сифатты бойондороҡһоҙ баһалау уҙғарыу буйынса йәмәғәт советы ағзалары һаны биш кешенән кәм була алмай. Сифатты бойондороҡһоҙ баһалау буйынса йәмәғәт советы ағзалары эшмәкәрлектәрен йәмәғәт башланғыстарында башҡара.

Документтар БР Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәтенең 22-се кабинетында 2018 йылдың 27 декабренә тиклем эш ваҡыттарында ҡабул ителә.

Мәғлүмәт алыу өсөн тел. 8 (34770) 2-03-12.