Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
12 Ноябрь 2018, 11:00

Радий Хәбиров – Мәсетле районында

10 ноябрҙә беҙҙең районда эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров булып китте.

Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында ишле ғаиләләр өсөн биҫтә төҙөйҙәр. Оло Ыҡтамаҡ ауылында «Көнсығыш» биҫтәһен төҙөү күҙаллана. Бында 404 ер участкаһы бүленгән, уларҙың 283-ө – күп балалы ғаиләләргә, 35-е – йәш белгестәргә, 8-е – инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә. Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин Радий Хәбировҡа һыу һәм газ тәьминәтенең булмауы сәбәпле төҙөлөштөң әкренәйеүе хаҡында һөйләне. «Көнсығыш» биҫтәһен газ менән тәьмин итеү буйынса проект-эҙләнеү эштәре башҡарылған, дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһы бар. Радий Хәбиров район властарына тейешле процедуралар үткәреүҙе һуҙмаҫҡа ҡушты һәм республика кәрәкле аҡса бүләсәк тип вәғәҙәләне.

Бында төбәк етәксеһенә яңы балалар баҡсаһы төҙөү проектын да күр-һәттеләр. Уның хаҡы – 80 миллион һумдан ашыу.

Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Башҡорт гимназияһында Радий Хәбиров 6-сы класс уҡыусылары фанеранан һындар юныу менән шөғөлләнгән хеҙмәт кабинетына инде. Республика етәксеһе уҡытыусы һәм балалар менән аралашҡанда үҙенең мәктәп йылдарын хәтеренә төшөрҙө һәм класташтары менән ағастан тыш, башҡа материалдарҙан төрлө әйберҙәр яһауын һөйләне.

«Игәү менән дә эшләргә тура килде», –тине төбәк башлығы һәм балаларға уҡыуҙарында уңыштар теләне.

Дауахананы төҙөү тергеҙеләсәк

2020 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы үҙәк район дауаханаһының оҙаҡ йылдар туҡтатылып торған төҙөлөшө дауам итәсәк. 2005 йылдан бирле бинаның бер өлөшөндә бер ниндәй ҙә эштәр алып барылмай, ә план буйынса унда терапия бүлеге менән диагностика бүлексәһе урынлашырға тейеш булған. Төҙөлөш-монтаж эштәрен тамамлау өсөн 110 млн һум аҡса талап ителә. Радий Хәбиров бинаны ентекләп тикшерергә һәм уны тамамлауҙы 2020 йылда адреслы республика инвестиция программаһына индерергә ҡушты.

Табиптар республика етәксеһенә белгестәрҙең етмәүе тураһында һөйләне – дауаханала төрлө йүнәлештәге 14 доктор талап ителә. Район өсөн хас тағы ла бер проблема – медицина университетына һәм колледждарына йүнәлтмә буйынса уҡырға ингән йәштәр ауылға кире ҡайтырға ашыҡмай. Ҡайһы бер осраҡтарҙа уларҙы, аҡса һәм торлаҡ вәғәҙә итеп, икенсе райондарға йәлеп итәләр. Табиптар йүнәлтмә буйынса уҡып сыҡҡан медиктарҙы “Ауыл докторы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаһына индереүҙе һораны. Төбәк башлығы табиптар менән кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү буйынса саралар планын төҙөргә һәм квартал һайын уның буйынса отчет яһарға күрһәтмә бирҙе.

Радий Хәбиров:

“Беҙ ауыл фельдшерҙарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ”

Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары буйлап сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Түбәнге Бобин ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктының эшмәкәрлеге менән танышып сыҡты. Ул урындағы балалар баҡсаһының уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән бинаһында урынлашҡан.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Марат Сәлмәев бында ике йылдан ашыу элек Ырымбурҙан күсеп килгән.

– Ҡатыным да – табип, икәүләп “Ауыл докторы” программаһы буйынса килдек, – тине ул. – Беҙгә торлаҡ бирҙеләр. Бында халыҡ шул ҡәҙәр һәйбәт. Әлбиттә, уларға дауаланыу өсөн дә уңайлыраҡ шарттар булһын ине лә...

Радий Хәбиров бында ауырыуҙарҙы район дауаханаһына нисек алып барыуҙары, юлдың торошо менән ҡыҙыҡһынды.

– Ауыл фельдшерҙары – медицинаның нигеҙе, – тине Радий Фәрит улы. – Марат кеүек ошондай йәш белгестәргә һәр яҡлап ярҙам итергә, уларҙың тормошо, эшмәкәрлеге өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыу мөһим.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, был ауылда модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк.

Учреждение мөдире әйтеүенсә, бында 600-ҙән ашыу кеше ҡарала, шуларҙың 163-ө – балалар.

– Дарыу менән тәьмин ителеш буйынса проблема юҡ, – тип белдерҙе Марат Сәлмәев. – Кәрәк-яраҡтың барыһы ла бар. Коллегаларыма шуны әйткем килә: ауылға эшкә килеүҙән ҡурҡырға ярамай. Бында хеҙмәтләндереү ҙә ҡыҙығыраҡ, халыҡ та ихласыраҡ!

Етәксенең ҡотлап сығыуы – ҙур ҡыуаныс

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса баш-ҡарыусы Радий Хәбиров республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарына барғанда алдан планлаштырылмаған урындарға туҡтап киткәйне. Әлеге сәфәрендә лә шулай булды: төбәк етәксеһе юл ыңғайы Мәсетлеләге эске эштәр бүлексәһенә инеп, хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамы менән ҡотлап сыҡты.

Осрашыуҙа ул хоҡуҡ һаҡсыларынан эш шарттары хаҡында белеште, үҙҙәренә һәм ғаиләләренә сәләмәтлек, именлек теләне. Хеҙмәткәрҙәр төбәк етәксеһенә эш транспорты булмау проблемаһын еткерҙе. Радий Хәбиров яҡшы хеҙмәт һөҙөмтәһе күрһәткән өлкән участка уполномоченныйы, полиция майоры Рөстәм Хисамовҡа эш өсөн “Нива” автомобиле алып бирергә ҡушты.

– Радий Фәрит улының, тығыҙ ваҡытын бүлеп, байрамыбыҙ менән ҡотлап китеүе беҙҙең өсөн ҙур баһа һәм ҡыуаныс булды, – тине полиция хеҙмәткәрҙәре.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы, “Башҡортостан”гәзите.