Был закон проекты “Рәсәй Федерацияһының цифрлы иҡтисады” программаһы менән ҡаралған.
Закон проектына ярашлы, эшсенең хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәтте эш биреүсе Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының мәғлүмәт системаһына электрон рәүештә ебәрә. Был формаға, белем һәм наградалар тураһында мәғлүмәттән башҡа, хеҙмәт кенәгәһендә булған мәғлүмәттәр индерелә.
2020 йылдың 1 ғинуарынан башлап, хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәр мәғлүмәт системаһына ай һайын биреләсәк, ә 2021 йылдың 1 ғинуарынан – кадрҙарға бәйле ваҡиға булған осраҡта, бойороҡ сыҡҡан көндән бер эш көнөнән дә һуңға ҡалмай.
Хеҙмәткәрҙең эшмәкәрлеге тураһында электрон мәғлүмәтте ул эштән киткәндән һуң өс йыл дауамында һаҡларға планлаштыралар.
Закон проекты 2021 йылдың 1 ғинуарынан эшселәрҙең хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәрҙе бары тик электрон вариантта алып барыу- ҙы ҡарай. Хеҙмәт кенәгәһен ҡағыҙҙа алып барыу тураһында ғариза биреүселәрҙән тыш. 2027 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәт кенәгәләре ҡағыҙҙа алып барылмаясаҡ.
Закон проекты 2020 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк тип көтөлә.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.