Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
8 Октябрь 2018, 16:06

С ленты башинформ

Пенсия ҡануниәтен үҙгәртеү тураһында закон ҡабул ителде

РФ Дәүләт Думаһы пенсия ҡануниәтен үҙгәртеү тураһында закон ҡабул итте. Бынан алып пенсияға сығыуҙың яңы йәше билдәләнде: ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ул 60, ә ирҙәр өсөн 65 йәшкә тиклем артты. Закон 2018 йылдың 27 сентябрендә өсөнсө, һуңғы уҡыуҙағы пленар ултырышта ҡабул ителде.

Пенсияға алдан сығырға хоҡуҡ биреүсе стаж: ирҙәр өсөн – 42, ҡатын-ҡыҙ өсөн 37 йыл.

Унан тыш, ҡатындың нисә бала табыуына ҡарап, күп балалы әсәләр өсөн ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғы бирелә, шулай уҡ тупланма пенсияны алыу өсөн ғәмәлдәге нормалар һаҡланып ҡала: ул ҡатын-ҡыҙға 55, ирҙәргә 60 йәшкә етеү менән түләнәсәк, бер тапҡыр түләү мөмкинлеге ҡаралған.

25 сентябрҙә палата пенсия пакеты сиктәрендә тағы ла бер мөһим закон ҡабул итте, ул пенсия алды йәшендәге кешеләрҙе эшкә алыуҙан баш тартҡан йәки эштән алған өсөн 200 мең һумға тиклем штрафтарҙы индерә. Пенсия алды йәше тип “шәхескә ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы тәғәйенләрҙән алдағы биш йылға тиклем осор” күҙ уңында тотола.

26 сентябрҙә, Дәүләт Думаһы икенсе уҡыуҙа пенсия үҙгәрештәре тураһындағы төп закон проектын тикшерҙе. Президенттың төҙәтмәләрен, КПРФ-ты ла индереп, барлыҡ Дума фракциялары ла хупланы.


2019 йылда рәсәйҙәр нисек ял итә: ял көндәрен күсереү раҫланды

Рәсәйҙә 2019 йылда ял көндәрен күсереү раҫланды. Ялға тура килгән 5 һәм 6 ғинуарҙағы байрам көндәре 2 һәм 3 майға (кесаҙна һәм йома) күсерелә. Шәмбе, 23 февралдәге, ял көнө йома, 10 майға, күсә.

Шулай итеп, 2019 йылдағы Яңы йыл каникулдары һәм май байрамдары оҙайтылды.

Яңы йыл байрамдары 2018 йылдың 30 декабренән алып 2019 йылдың 8 ғинуарына тиклем дауам итә.

Ватанды һаҡлаусылар көнө 23 һәм 24 февралдә билдәләнә.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн рәсәйҙәр 8-10 мартта байрам итә.

Май байрамдары – 1 майҙан 5-енә тиклем, шулай уҡ 9-12 майҙа.

Рәсәй көнө – 12 июндә.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан 2019 йылда рәсәйҙәр 2 ноябрҙән 4-енә ҡәҙәр ял итә.

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Ураҙа ғәйете менән бәйле 4 июнь, Ҡорбан ғәйете менән бәйле 11 август ял көндәре булып тора.


Рәсәйҙә балалы ғаиләләр өсөн льготалы ипотека программаһы оҙайтыла

Икенсе йәки өсөнсө балалары тыуған ғаиләләр өсөн льготалы ипотека кредиттары программаһы 2024 йылға тиклем оҙайтыла.

2017 йыл аҙағында Президент Владимир Путин 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклемге осорҙа икенсе һәм өсөнсө балалары тыуған ғаиләләр өсөн ипотека буйынса 6 процент ставка менән махсус программа эшләргә тәҡдим итте. 2018 йылдың июнендә Президент шулай уҡ дүрт һәм унан күберәк балалы ғаиләләр өсөн ипотека буйынса алты процентлы ставка тәьмин итергә ҡушты.


Туйҙы бер йыл алдан планлаштырырға мөмкин: Ғаилә кодексына төҙәтмәләр көсөнә инде

2018 йылдың 1 октябренән кешеләрҙең никахтарын теркәгәнгә тиклем бер йыл алдан туй көнөн һайлау мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Тотош закондар пакетына, шул иҫәптән Ғаилә кодексына төҙәтмәләр 1 октябрҙә көсөнә инде.

Документҡа ярашлы, рәсәйлеләргә туй көнөн алдан һайларға һәм бронләргә мөмкинселек бирҙеләр. Әлегә тиклем Ғаилә кодексы ЗАГС-ҡа ғаризаны планлаштырылған датаға тиклем бары тик бер ай алдан ғына бирергә рөхсәт итә ине.

Хәҙер граждандарға теркәү көнөнә тиклем ЗАГС-ҡа өҫтәмә барырға кәрәкмәй. 2016 йылдың мартында ЗАГС органдарына никахты теркәүгә ғаризаны Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша электрон рәүештә биреү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Портал аша ғариза биргәндә шунда уҡ дәүләт пошлинаһын түләргә лә мөмкин. Был осраҡта кәметеүсе коэффициент 0,7 ғәмәлдә була, йәғни сайтта ЗАГС-ҡа электрон рәүештә ғариза биргән һәм дәүләт пошлинаһын түләгән портал ҡулланыусыһы 30% ташлама ала.