Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте етәксеһе Александр Суринов билдәләүенсә, халыҡтың иҫәп алыуҙа интернет аша ҡатнашыуы донъя статистикаһында алдынғы тенденцияларҙың береһе булып тора. 2020 йылда халыҡ иҫәбе алыуҙа Берләшкән милләттәр ойошмаһына ингән 33 ил интернетты файҙаланырға йыйына. Һынау рәүешендә интернет аша халыҡ иҫәбе алыу, уның уҙасаҡ территориялары, үткәреү ваҡыты һәм тәртибе тураһында
www.ppn2018ru мәғлүмәт сайтында белергә мөмкин.