– Әҙерләнеүсе территориялар стратегияларының нигеҙе – илебеҙҙе 2024 йылға тиклем үҫтереү маҡсатын һәм бурыстарын билдәләүсе Рәсәй Президенты Указдары һәм 2030 йылға тиклем Баш-ҡортостанды социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһы, – ти БР Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры, иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров һәм ил президенты тарафынан билдәләнгән ориентирҙарға тап урындағы кимәлдә өлгәшәһе барлығына баҫым яһай.
БР Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғалимдары менән берлектә әҙерләнгән методик кәңәштәр күптән түгел Баш-ҡортостан Республикаһының Стратегик комитеты ултырышында күрһәтелде. Кәңәштәр стратегик документҡа төп талаптарҙан тора, уның структураһын, йөкмәткеһен, мөҙҙәтен һәм индереү инструменттарын билдәләй.
Республиканың ике тиҫтә районы “тәүге тулҡын” программаһына инде. Улар республиканың “Стратегия-2030” территориаль үҫеш схемаһы менән ҡаралған ете иҡтисади зонаһында иң мөһимдәре булып тора. Ғалимдар фекеренсә, тикшерелеүсе территорияның бөтә үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу һәм “күсермә” яһауға юл ҡуймау мөһим:
– Һис шикһеҙ, стратегияның үҙгәрешһеҙ ҡала торған өлөштәре буласаҡ, ләкин һәр район башҡаларҙан айырылып торған иҡтисад структураһына һәм старт күрһәткестәренә эйә. Шуға күрә һәр бер стратегия мотлаҡ тәғәйен территория шарттарына иҫәп тотасаҡ, – ти ғалим-иҡтисадсы.
Институт “Стратегия-2030” тарафынан билдәләнгән ете иҡтисади зона буйынса муниципаль стратегияларҙы берләштерәсәк.
– Был муниципаль-ара проекттарҙы формалаштырырға һәм иҡтисади зоналар-ға ярашлы уларҙы синхронлаштырырға мөмкинлек бирәсәк. Был өс-дүрт күрше территорияны бер бөтөн итеп берләштереп үҫтереүҙең ыңғай нәтижәһен бирәсәк, – тип билдәләй Азат Йәнгиров.
Үрҙә яҙылғандар менән бәйле Мәсетле районы территорияһында БР Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғалимдары (Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы подразделениеһы) муниципаль социаль-иҡтисади үҫеш стратегияларын әҙерләү сиктәрендә социологик тикшеренеүҙәр серияһы уҙғарасаҡ.
Саралар планына ярашлы, һорау алыуҙар 2018 йылдың 23 июленән башланасаҡ, форсайт-сессиялар 2018 йыл авгусы дауамында айырым программа буйынса үтәсәк.
Һеҙҙең район 2030 йылға тиклемге осорға территорияларҙы социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһын әҙерләү буйынса өҫтөнлөклө муниципалитеттар исемлегенә индерелгән.
Стратегия әҙерләгәндә һеҙҙең фекерҙе иҫәпкә алыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы ғалимдары социологик һорау алыуҙар уҙғара. Һөҙөмтәләр районды үҫтереүҙең өҫтөнлөклө бурыстарын билдәләү нигеҙенә һалынасаҡ.
Анкета һигеҙ төркөм һорауҙарын үҙ эсенә ала: Хеҙмәт һәм Мәшғүллек, Эшҡыуарлыҡ, Мәғариф, Матди хәл, Социаль хәл һәм Йәшәү рәүеше, Ижтимағи һәм Сәйәси тормош, Миграция, Һаулыҡ һәм Медицина хеҙмәтләндереүе.
Һорау алыуҙы ойоштороусылар яуаптарығыҙҙың анонимлығын гарантиялай. Яуаптар тик дөйөмләштерелгән рәүештә генә файҙаланыласаҡ. Интервью алыусыларҙың үтенестәрен үтәүегеҙҙе, һорауҙарға намыҫлы яуап биреүегеҙҙе, анкеталарҙы теүәл тултырыуығыҙҙы үтенәбеҙ.