Шулай уҡ күп кеше ҡатнашлығында (мәҫәлән, спорт һәм физкультура-һауыҡтырыу) саралар уҙғарғанда флагты күтәрергә кәрәк.
Үҙгәрештәр Башҡортостан Республикаһы гимнына ла ҡағылды. Яңы уҡыу йылы башланған көндө, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль байрамдарға арналған тантаналы сараларҙа республика гимны башҡарыласаҡ.
Хәҙер һәйкәлдәрҙе асҡанда, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль байрамдарға арналған тантаналы йыйылыштарҙы асҡанда һәм япҡанда ла гимнды башҡарыу мотлаҡ.
Юл хәрәкәтенең яңы ҡағиҙәләре: яңы билдәләр, ОСАГО полисы һәм алкоголгә ҡан анализын алыу
1 июлдән Рәсәйҙә автотранспорт хәрәкәтен көйләүсе бер нисә төҙәтмә көсөнә инде. Улар һауаны бысратыусы автомобилдәргә, ОСАГО полис-тарына һәм айныҡ булмаған водителдәрҙе тикшереүгә ҡағыла.
Шулай итеп, быйыл йәй илдә яңы билдәләр индерелә, улар һауаны бысратыусы транспорт сараларына инеүҙе тыйыусы зоналарҙы аңлатасаҡ.
Миҫал өсөн, яңы “Зона с ограничением экологического класса механических транспортных средств” 5.35 знагы унда күрһәтелгән дәүмәлдән түбәнерәк булған экологик класлы автомобилдәргә знактан ары инеү тыйылыуын аңлата.
Әгәр знакта “4” торһа, ул саҡта “Евро-0”, “Евро-1”, “Евро-2” һәм “Евро-3” экологик класс автомобилдәре знактан ары үтә алмай.
5.36 знагы билдәле бер экологик класс двигателе торған ҙур йөк машиналарының үтеүен сикләй.
Юлдарҙа был билдәләр һуңыраҡ барлыҡҡа киләсәк.
Яңы ҡағиҙәнең үтәлешен камералар һәм ЮХХДИ инспекторҙары контролләйәсәк: тран-спорт сараһының номерын МВД-ла автомобилдең экологик класы тураһындағы мәғлүмәт булған базаһы менән сағыштырып ҡараясаҡтар.
1 июлдән Рәсәйҙә ОСАГО полисының яңы формаһы эшләй – ул документтың ҡағыҙ һәм электрон версияһы өсөн берҙәм буласаҡ. Полиста транспорт сараһы, уның хужаһы һәм страховканың ғәмәлдә булыу мөҙҙәте тураһындағы мәғлүмәт менән QR-код барлыҡҡа киләсәк.
Водителдәрҙең айныҡлығын алкотестер ярҙамында ғына түгел, ә ҡан анализы буйынса ла билдәләп буласаҡ. Миҫал өсөн, әгәр водитель аңында булмаһа. Элек судтар был мәғлүмәттәргә таяна алмай ине. Ғәмәлдәге нормалар буйынса, ҡандағы алкоголь кимәле 0,3 промилленән артыҡ булмаҫҡа тейеш – был бер литр ҡанға 0,3 г алкоголь.
Һирәк осрай торған хайуандар һәм балыҡтар һатыусыларға 9 йылға тиклем срок янай
8 июлдән Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексына интернет аша һәм киң мәғлүмәт саралары ярҙамында ҡиммәтле ҡырағай хайуандарҙы һәм һыу биоресурстарын, шулай уҡ уларҙың өлөштәрен һәм дериваттарҙы һатҡан өсөн яуаплылыҡты ҡатыландырған үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә.
Бының өсөн иң ҙур яза 1,5-3 миллион һум күләмендә штраф менән туғыҙ йылға иректән мәхрүм итеү була, тип хәбәр ителә Дәүләт Думаһы сайтында.
Законда билдәләнгәнсә, хайуандарҙы, һыу биоресурстарын законһыҙ һатып алған йәки һатҡан өсөн ике йылға тиклем иректән мәхрүм итеү менән 500 мең һумдан 1,5 миллион һумғаса күләмдә штраф һәм өс йылға ҡәҙәр мәжбүри эш йәки унһыҙ шул уҡ күләмдә штраф менән дүрт йылға тиклем иректән мәхрүм итеү формаһында яза ҡаралған.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.