Янғындарҙың төп сәбәптәре һәм уларҙы иҫкәртеү саралары тураһында Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләне.
– Фәрит Риф улы, нисек уйлай-һығыҙ, ни өсөн янғындарҙың артыуы күҙәтелә?
– Ҡышын өҫтәмә йылытыу саралары ҡулланыу арҡаһында электр үткәргесенә йөкләнештәр шаҡтай арта. Әгәр өйөгөҙҙә йәки фатирығыҙҙа электр үткәргесе иҫке икән, йәиһә электр ҡорамалын эксплуатациялау ҡағиҙәләрен үтәмәһәгеҙ, һеҙгә янғын сығыу ҡур- ҡынысы янай.
Быйылғы ҡыш былтырғыһына ҡарағанда һалҡыныраҡ килде. Шуға күрә мейестәрҙе артыҡ ҡыҙҙырыу, шулай уҡ кирбестәр араһында ярыҡтар барлыҡҡа килеү, мейес ауыҙынан йәки көллөктән ҡуҙҙар килеп төшөүе, яҡҡан ваҡытта мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырыу һөҙөмтәһендә янғындар күп була. Миҫал өсөн, февралдә Баймаҡ ҡалаһында ошо сәбәп арҡаһында өс бала яныу продукттарынан ағыу-ланды, уларҙың береһен ҡотҡара алманылар.
Янғындарҙың дүрттән бер өлөшөнә ут менән һаҡһыҙ тотоноу сәбәпсе. Шул арҡала һәләк булғандар-ҙың 37-һе – нигеҙҙә иҫерек килеш тәмәке тартҡан кешеләр.
Бөтә ошо сәбәптәр янғындарҙы арттыра ла инде. Тик граждандар-ҙың үҙҙәренең, янғындарҙы профилактикалау инспекторҙарының, киң мәғлүмәт саралары һәм дәүләт органдары вәкилдәренең берлектәге тырышлығы менән генә уларға ҡаршы тора алабыҙ. Әлеге ваҡытта республикала уҙғарылыусы акция шулай тип атала ла – “Янғындарға ҡаршы – бергә!”
– Янғындарҙы профилактикалау буйынса гәзит уҡыусыларға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Мейес менән йылытылыусы торлаҡ хужаларына һәм яллаусыларына мейестең һәм төтөн юлының төҙөклөгөн тикшерергә, ремонтларға һәм ҡоромдан таҙартыр-ға, ярыҡтарын балсыҡлы-ҡомло иҙелмә менән һыларға кәрәк. Мунсалары йәки баҡсалағы өйҙәре мейес яғып йылытылғандарҙы ла шулай итеүҙәрен үтенәм. Йыл башынан 167 янғын мунсаларҙа сыҡҡан, шулай уҡ 2 тапҡырға йышыраҡ баҡса өйҙәре яна башланы.
Мейес яғыу хәүефһеҙ булһын өсөн, уның ауыҙы алдындағы ағас иҙәндә 0,5х0,7 м ҙурлыҡта тимер киҫәге йәйелгән булырға тейеш. Мейескә яҡын һәм туранан-тура уның өҫтөндә яныусан әйберҙәрҙе йәки материалдарҙы һаҡларға, кер киптерергә ярамай.
Изоляцияһы боҙолғаны күренеп торған электр үткәргестәрен һәм кабелдәр-ҙе, розеткалар, башҡа электр ҡорамалдарын фай-ҙаланыу, шулай уҡ электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш биреү, бер үк ваҡытта бер нисә ҡеүәтле электр приборын тоташтырыу, ваҡытлы электр үткәргесен ҡулланыу тыйыла.
Электр приборҙарының фәҡәт заводта етештерелгәндәрен генә файҙаланыр-ға кәрәк. Электр йылытыу приборҙарын ҡорғандар, мебель һәм башҡа еңел янып китә торған предметтар эргәһенә урынлаштырырға кәңәш ителмәй. Улар-ҙы токка тоташтырылған килеш ҡарауһыҙ ҡалдырмау мөһим. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәп, һеҙ өйөгөҙҙө йәки фатирығыҙҙы янғындан һаҡлай алаһығыҙ.
– Яңылыҡтарҙа автономлы янғынды (төтөн) иҫкәртеү ҡоролмалары тураһында йышыраҡ ишетелә башланы. Уларҙың өҫтөнлөгө нимәлә? Янғындар-ҙан улар нисек һаҡлап ҡала ала?
– Һиҙгер элементтар ярҙамында иҫкәртеү ҡоролмаһы барлыҡҡа килгән төтөнгә тәьҫир итә һәм тауыш сигналы бирә. Әгәр ошондай янғынды (төтөн) иҫкәртеү ҡоролмалары ҡуйылған булһа, яңыраҡ Баймаҡ ҡалаһында һәм Борай районында булған янғынға һәм балаларҙың яныу продукттары менән ағыуланыуына юл ҡуйылмаҫ ине.
Республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың ҡушыуына ярашлы, янғынды иҫкәртеү ҡоролмалары менән аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр һәм социаль хәүефле хәлдәге балалы ғаиләләр бушлай тәьмин ителә. Бының өсөн республика бюджетынан кәрәкле күләмдә аҡса бүленгән. 2016 йылдан 39 мең ошондай иҫкәртеү ҡоролмалары бушлай урынлаштырылған. Унан тыш, 2018 йылдан балалары тыу-ған ғаиләләр шулай уҡ янғынды иҫкәртеү ҡоролмалары менән бушлай тәьмин ителәсәк. Әлеге йыл һуңына ҡәҙәр был ғаилә-ләрҙә 50 меңдән ашыу иҫкәрткес ҡуясаҡбыҙ.
Балаларының именлеге тураһында ҡайғыртҡан ғаиләләр иҫкәртеү ҡоролмаларын үҙ аллы һатып алып ҡуя ала. Нефтекама һәм Өфө ҡалаларында, Әбйәлил һәм Мәләүез райондарындағы янғындарҙа иҫкәртеү ҡоролмаларының эшләп китеүе был профилактик сараның һөҙөмтәлелеге ха-ҡында һөйләй. Уларҙа 12 баланың ғүмерен ҡотҡарып ҡалғандар.
– Гәзит уҡыусыларға ниҙәр теләр инегеҙ?
– Янғындар сығыу ҡур-ҡынысы бөтә замандарҙа ла юғары булды һәм булып ҡала. Әгәр һәр ҡайһыбыҙ янғын хәүефһеҙлегенең дөйөм билдәле ҡағиҙәләрен үтәһә, был күңелһеҙ күренештәр минималь буласаҡ. Ә төҙөк булмаған мейестәр, электр приборҙарын фай-ҙаланып, иҫке электр үткәргескә күҙ йомоп, иҫерек килеш тәмәке тартып, киреһенсә, беҙ үҙебеҙҙе янғында һәләк булыу йәки торлаҡһыҙ ҡалыу һәм йый-ған мөлкәтебеҙҙән ҡолаҡ ҡағыу ҡурҡынысы аҫтына ҡуябыҙ. Үкенескә күрә, ут аяуһыҙ, халыҡ әйткәнсә: “Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай”.
Шулай уҡ балалар булыу-булмауына ҡарамаҫтан, янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһының һәр фатирҙа, һәр өйҙә булыуы тураһында уйланырға саҡырам. Архангель районында булған осраҡты миҫал рәүешендә килтерәм. Был район кешеһе мөрйәһен асырға онотоп, мейесенә яға ла үҙе йоҡлап китә. Өйҙә төтөн күбәйә башлағас, әлеге янғын иҫкәрткесе эшләп китә, уның тауышынан өй хужаһы уянып китә һәм яныу продукттарынан ағыула- ныуҙан ҡотолоп ҡала.
Тыуған көндәргә һәм байрамдарға беҙ бүләктәр бирергә яратабыҙ. Ә мин янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһын да бүләк сифатында ҡарарға тәҡдим итәм. Ярат-ҡан һәм һаҡлап ҡалырға теләгән кешеләребеҙ – ата-әсәләребеҙгә, яҡындарыбыҙға һәм дуҫтарыбыҙға минисиреналар бүләк итеүҙе бергәләп яҡшы ғәҙәткә әйләндерәйек. Был бүләк ҡиммәт тормаһа ла (янғынды иҫкәртеүсе ҡоролманың хаҡы 300 һумдан башлана), ул тейешле ваҡытта эшләп китеп, яҡынығыҙҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡалһа, унан да ҡиммәтерәк бүләк булмаясаҡ.