Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
22 Ғинуар 2018, 16:54

Нисә градуста балаларға мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин

Башҡортостан мәктәптәрендә ике аҙна ҡышҡы каникулдан һуң уҡыуҙар башланды. Башгидрометцентр синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, республикала һалҡындар башланды – һауа температураһы төндә минус 28, урыны менән 34 градусҡаса түбәнәйҙе, көндөҙ йылыраҡ. Һалҡын- дарҙың күпме торасағы әлегә билдәһеҙ, шуға күрә уҡыусыларҙың, бигерәк тә башланғыс звено уҡыусыларының, ата-әсәләренә иртән балаларын ебәргәндә тыштағы температураға иғтибар итеү зарур.

Дөйөм белем биреү учреждениеларына йөрөү нормативтары, ҡағиҙә булараҡ, йыл һайын үҙгәрешһеҙ ҡала. Ауыл мәктәптәренең 1, 2, 3 һәм 4-се кластар уҡыусылары – 23, ә ҡала мәктәптәре – 25 градус һыуыҡ бул-ғанда мәктәпкә бармаҫҡа хоҡуҡлы.

Ауыл мәктәптәренең 5-9-сы клас-тарында 25 градус һәм унан түбәнерәк булғанда, ҡалала – 27 градус һалҡын булғанда дәрестәр үткәрелмәй. Ауыл мәктәптәренең юғары класс уҡыу- сыларына – 30 градуста, ә ҡаланыҡыларға – 32 градуста мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин.

Был мәғлүмәт кәңәш характерында. Балаларын уҡырға ебәрергәме-юҡмы – ата-әсә үҙе хәл итергә хоҡуҡлы, тип аңлаттылар БР Мәғариф министрлығында.

Нормативтар уҡытыусыларға ҡағылмай, улар теләһә ниндәй температурала ла мәктәпкә килергә тейеш. Шуға күрә, әгәр бөтә кластан бер генә уҡыусы килгән хәлдә лә педагогтар уның менән шөғөлләнергә бурыслы.