Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми
16 Ғинуар 2018, 11:48

2018 йылда закондар ниндәй үҙгәрештәр кисерҙе

Закондар сығарыу өлкәһендәге яңылыҡтарға күҙәтеүЯңы йылдан беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға ҡағылышлы федераль һәм республика закондары үҙ көсөнә инде. Уларҙың иң мөһимдәре менән һеҙҙе лә таныштырып үтмәксебеҙ.

Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

— Коррупцияға ҡаршы эш — дәүләт эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлештәренең береһе. Сөнки коррупция дәүләт ҡоролошо нигеҙҙәрен ҡаҡшатыусы, емереүсе тутыҡ менән бер. Был эштә юғары кимәлдәге принципиаллек, намыҫсанлыҡ кәрәк. Дәүләт аҡсаһына ҡыҙыҡҡан һәр кем ҡасан да булһа бының өсөн яуап тоторға тура киләсәген аңларға тейеш.


Транспорт һалымы буйынса ташламалар

Тәбиғи газ менән эшләүсе автомобилдәргә транспорт һалымы ташламаһы 20 проценттан 50-гәсә арттырылды. Ошоға ҡағылышлы Башҡортостан Республикаһы законы 1 ғинуарҙан ғәмәлгә инде (2017 йылдың 30 ноябрендә ҡабул ителгән «Башҡортостан Республикаһының айырым закондарына үҙгәрештәр индереү тураһында» 546-сы закон).

Был ташлама менән ҡала, ҡала яны һәм пассажир маршруттары буйынса йөк һәм пассажирҙар ташыусы ойошмалар ҡуллана ала, ә физик шәхестәргә ташлама бер генә транспорт төрөнә бирелә (йәғни, кешенең тәбиғи газ менән эшләүсе ике йәки унан да күберәк автомобиле булһа, уның теләгенә ярашлы, берәүһенә генә ташламалы һалым билдәләнә). Мотлаҡ талаптарҙың береһе — транспорт сараһының ҡулланылыу ваҡыты 10 йылдан артмаҫҡа тейеш.

— Яңы закон республика халҡы тарафынан хуплап ҡабул ителер, тип ышанам, — тине БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. — Ул экологик мөхитте яҡшыртыу маҡсатында ҡабул ителде. Беренсенән, был закон тирә-яҡ мөхиткә аҙыраҡ зыян килтергән яғыулыҡ менән ҡулланырға, икенсенән, автопаркты яңыртыуға булышлыҡ итәсәк. Тәбиғәт тураһында хәстәрлек күреү, пассажирҙар һәм йөк ташыу хәүефһеҙлеген тәьмин итеү — беҙҙең эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре.

Яңы законға ярашлы, ауыл хужалығы етештереүселәренә тәғәйен транспорт һалымына 50 процентлыҡ ташлама ла һаҡланып ҡалды, тик уның менән файҙаланыу өсөн мөһим шарт — хеҙмәтсәндәргә уртаса республика кимәленән кәм булмаған эш хаҡы түләү.

Дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарын яҡлау

Башҡортостан Республикаһының 2017 йылдың 30 ноябрендә ҡабул ителгән «Башҡортостан Республикаһының һалымдар тураһында айырым закондарына үҙгәрештәр индереү хаҡында» 548-се законы тап ошо мәсьәләгә йүнәлтелгән. Ул 1 ғинуарҙан ғәмәлгә инде.

Закон Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән дәүләт-шәхси партнерлыҡ йәки концессион килешеү төҙөгән ойошмаларҙы милек һалымынан азат итә. Ташлама килешеү төҙөлгән осорҙа ғына ғәмәли көскә эйә.

Шулай уҡ әлеге законға ярашлы Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестицион проекттарын тормошҡа ашырыу барышында инвестицион килешеү төҙөлгән мәлдән һалым ташламалары күләмен билдәләгәндә капитал һалыуҙарҙы раҫлау осоро өс йылдан биш йылғаса оҙайтылды, тик бер шарт менән — төп капиталға йәлеп ителгән инвестициялар күләме 5 млрд һумдан күберәк булырға тейеш. Бынан тыш, республика биләмәһендә өҫтөнлөклө инвестицион проекттарҙы ғәмәлгә ашырыусы ойошмаларға һалым ташламалары менән ҡулланыу шарттары киңәйтелде. Шул иҫәптән юридик йәһәттән үҙгәреш процесы кисереүсе инвесторҙар ҙа кәметелгән һалым ставкаларына хоҡуғын һаҡлап ҡалды.

Константин Толкачев:

— Закон республикабыҙға мөмкин тиклем күберәк инвесторҙар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Был йәһәттән беҙгә көнәркәш булырлыҡ төбәктәр етерлек. Шуға күрә инвесторҙар тап беҙҙең республикаға аҡса йүнәлтһен тиһәк, улар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тейешбеҙ. Бынан тыш, һәр төрлө һалым ташламалары булдырып, беҙ социаль яуаплы эшҡыуарлыҡты дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыуға йәлеп итеүгә иҫәп тотабыҙ. Бөгөн хеҙмәттәшлектең был төрө беҙ теләгән кимәлдә эшләмәй. Әлеге закондың ғәмәлгә инеүе эшҡыуарлыҡ даирәһендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымына ҡыҙыҡһыныу уятыр һәм республика халҡына файҙа килтерер, тип уйлайым. Бында һүҙ, тәү сиратта, дәүләт менән эшҡыуарҙарҙың мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт өлкәләренә, яңы балалар баҡсалары, белем биреү һәм сәләмәтлек үҙәктәре асыуға йүнәлтелгән хеҙмәттәшлеге тураһында бара.

Күләгәләге мәшғүллек менән көрәш

Владимир Путин Башҡортостан парламенты тарафынан тәҡдим ителгән күләгәләге мәшғүллеккә ҡаршы көрәш тураһында законға ҡул ҡуйҙы. («Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 360-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» Федераль закон). Уны Дәүләт Думаһы 2017 йылдың 15 декабрендә ҡабул итте.

Был хоҡуҡи акт хеҙмәткә ҡағылышлы закондарҙың үтәлешен тикшереү мөмкинлеген киңәйтте. Хәҙер ябай граждандарҙың, шәхси эшҡыуарҙарҙың, юридик шәхестәрҙең, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының, профсоюздарҙың һәм матбуғат сараларының эш биреүсенең хеҙмәт килешеүе төҙөүҙән ситләшеүе йәки уны тейешенсә төҙөмәүе тураһында федераль хеҙмәт инспекцияһына тапшырған ғаризалары һәм мәғлүмәттәре пландан тыш тикшереү үткәреү өсөн нигеҙ була ала.

Дәүләт Йыйылышында аңлатыуҙарынса, быға тиклем хеҙмәт инспекцияһының эш биреүселәрҙе тикшереү өсөн хоҡуҡтары ныҡ сикле ине. Намыҫһыҙ эш биреүселәр бының менән оҫта файҙаланды, йәғни кешеләрҙе хеҙмәт килешеүе төҙөмәй эшкә алыуҙы хуп күрҙе. Ә бит тап шул килешеү мәле еткәс лайыҡлы пенсияға, ауырыған осор өсөн түләүгә, эш урынында имгәнгәндә страховка һәм башҡа социаль тәьминәт төрҙәрен юллауға нигеҙ булып тора. Хеҙмәтсәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында Ҡоролтай депутаттары ошо хаҡтағы закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим итте. Ул тиҙ арала ҡаралып, Рәсәй парламентының ике палатаһы тарафынан да хуплау тапты. Дәүләт башлығы ла был башланғысты яҡлауын белдерҙе. Яңы закон илдең барлыҡ төбәктәре өсөн дә берҙәй кәрәкле һәм көнүҙәк.

Коррупция менән көрәш

Яҡын көндәрҙә Башҡортостан депутаттарының тағы бер башланғысы федераль закон статусына эйә булыуы ихтимал. 2017 йылдың һуңғы пленар ултырышында республика парламенты «Рәсәй Федерацияһының коррупцияға ҡаршы тороу буйынса айырым закондарына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим итеү хаҡында ҡарар ҡабул итте. Әлеге ваҡытта ул Думала теркәү үткән һәм өйрәнеү өсөн Хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы тороу буйынса комитетҡа ебәрелгән.

Проектта дәүләт һәм муниципаль учреждениелар етәкселәренә Рәсәй Федерацияһынан ситтә урынлашҡан сит ил банктарында аҡса һәм ҡиммәтле әйберҙәр һаҡлау өсөн иҫәп асыуҙы, сит ил финанс ҡорамалдары менән эш итеүҙе тыйыу тәҡдим ителә. Федераль закон тарафынан әле үк бындай сикләүҙәр кемдәргә ҡағылыуы билдәләнгән. Был эш коррупцияға ҡаршы тороу һәм Рәсәйҙең милли именлеген тәьмин итеү маҡсатында башҡарыла. Мәҫәлән, исемлеккә дәүләт вазифалары биләүселәр, федераль закондар нигеҙендә барлыҡҡа килгән дәүләт корпорациялары етәкселәре, урындағы хакимиәт башлыҡтары, даими нигеҙҙә эшләүсе муниципаль депутаттар инә. Дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиелар етәкселәре әлеге исемлектә юҡ. Республика парламентарийҙары фекеренсә, был дөрөҫ түгел, сөнки уларға ла коррупция хәүефе ҡағыла. Был даирә етәкселәре бюджет аҡсалары, дәүләт һәм муниципаль милек менән эш итә һәм уларға, мәҫәлән, шул уҡ муниципаль депутаттар менән сағыштырғанда, коррупцион эшмәкәрлек өсөн ерлек ҙурыраҡ та. Дума тарафынан хуплау тапҡан осраҡта, әлеге закон проекты милли именлекте нығытыуға тос өлөш индерәсәк.

Минималь хеҙмәт хаҡын арттырыу

Яңы йылдан минималь хеҙмәт хаҡы күләме 9489 һум тәшкил итә. Әйткәндәй, был суммаға район өҫтәмәләре индерелмәгән. БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса, республикабыҙҙа ғәмәлдә булған «Урал коэффициенты» (15%) минималь хеҙмәт хаҡына өҫтәлә. Шулай итеп, беҙҙә ул 10 912 һумға етә (9489+1423).

Пенсия артты

1 ғинуарҙан эшләмәүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары, билдәләнгән түләүҙәрҙе индереп, 3,7 процентҡа арттырылды. Индексациянан һуң билдәләнгән түләү айына 4982,9 һум тәшкил итәсәк, ә пенсия балының хаҡы — 81,49 һум (2017 йылда 78,58 һум ине). Һөҙөмтәлә ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 13 423 һум буласаҡ.

Алкоголле энергетиктарҙы тыйыу

Аҙ алкоголле энергетик эсемлектәр етештереү һәм һатыу тыйылды. Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығында аңлатыуҙарынса, 15 проценттан аҙыраҡ миҡдарҙа этил спирты һәм тонус күтәреүсе өҫтәлмәләргә эйә эсемлектәргә тыйыу индерелде. Бындай ҡарар ҡабул итеүҙең төп сәбәбе — тап ошондай эсемлектәрҙе ҡулланыусылар араһында үлем осраҡтарының күпләп теркәлеүе. Бынан тыш, закон сауҙа автоматтары аша составында спирт булған продукцияны ваҡлап һатыуҙы тыя.

Әгәр һеҙ һатыуҙа үрҙә телгә алынған продукция төрҙәрен осратһағыҙ, был хаҡта Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығына хәбәр итә алаһығыҙ.

Ер биләмәһенең сиген билдәләү тураһында

Халыҡ араһында ер участкаларын 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем межалау зарурлығы, быны эшләмәгән осраҡта ер биләмәһенә хужалығың бөтөүе тураһында мәғлүмәт киң тикшерелде. Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында аңлатыуҙарынса, ғәмәлдәге закондарға ярашлы, ер биләмәһенең сиге билдәләнмәгән булыуы уға хоҡуҡты дәүләт теркәүен бер йәһәттән дә сикләмәй. Шулай уҡ Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелгән, әммә сиктәре ергә ҡағылышлы закон талаптарына ярашлы билдәләнмәгән ер биләмәләре менән алыш-биреш итеүҙә лә сикләүҙәр юҡ. Билдәле ваҡыт эсендә сиктәрҙе асыҡлау йәһәтенән дә талап ҡуйылмай. Милексе ер биләмәһен һатырға, мираҫҡа ҡалдырырға, бүләк итергә йәки унда йорт төҙөргә теләһә, был эштәрҙе участкаһы межаланмаған килеш тә башҡара ала. Әммә ҡасан да булһа күршеләр менән сиккә бәйле бәхәс сығыуы ихтимал. Межалау үткәреү бына ошоноң ише күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмауға ярҙам итәсәк.