Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәхим итегеҙ
20 Сентябрь 2019, 14:30

Фестиваль-марафонға рәхим итегеҙ!

24 сентябрҙә

24 сентябрҙә Өфө ҡалаһының Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында (Гоголь урамы, 58) Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Башҡортостандың тарих биттәре” төбәк муниципаль берәмектәре фестиваль-марафонына ярашлы Мәсетле районын презентациялау була.

Сара программаһында – ойошмалар, предприятиелар һәм учреждениелар, халыҡ кәсебе, биҙәү-ҡулланма сәнғәте изделиелары күргәҙмәһе, бал, сыр, икмәк-күмәс изделиелары һәм быймалар күргәҙмә-һатыуы.

Программа район коллективтары артистары һәм урындарҙағы үҙешмәкәр таланттар ҡатнашлығындағы ҙур концерт менән тамамланасаҡ.

Башланыу ваҡыты – 18.00, инеү бушлай.

Мәсетле районынан сыҡҡандарҙы һәм теләгәндәрҙең барыһын да беҙҙең районға теләктәшлек белдерергә саҡырабыҙ!