Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
20 Май 2025, 15:40

Балаларының бәхете – йәшәү мәғәнәһе

Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы йылдар илебеҙ халҡы иңенә оло һынау булып ята. Ололар менән бер рәттән балалар ҙа эшкә егелә, барлыҡ михнәттәрҙе үтеп сыға. Әнисә Зәйни ҡыҙы Сәләхованың (хәҙерге фамилияһы Абдрахманова) бала саҡ хәтирәләре ошо йылдарға барып тоташа. Бөгөнгө геройыбыҙ 1936 йылдың 15 ғинуарында Мәсетле районының Яуыш ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда уға ни бары 5 йәш була. Хәтирәләр уның исеменән бирелә.

Балаларының бәхете – йәшәү мәғәнәһе
Балаларының бәхете – йәшәү мәғәнәһе

“Әтейем Зәйни Сәләхетдин улы өс ҡатын алған. Беренсе ҡатыны Ҡариҙел районынан Закира исемле була. Уларҙың ике малайы тыуа: Ғәүнетдин менән Ғәләлетдин. Икеһе лә һуғыштан иҫән-һау йөрөп ҡайта. Кесе улы Украинанан Лида исемле ҡыҙ менән ҡайтып төшә. Әммә әсәләре Закира икенсе лөғәт киленен ҡабул итмәй һәм уларҙы үҙҙәренең өйөндә йәшәтмәй. Яу йылдарындағы ауырлыҡтарҙы кисеп ҡайтҡан һалдатты буласаҡ кәләше менән минең инәйем Мөслимә үҙ янына һыйындыра. Йәштәргә никах уҡыта. Йәштәр үҙҙәренә өй һалып сыҡҡансы шулай бергә йәшәйҙәр. Өлкән улы Ғәүнетдин, һуғыштан ҡайтҡас, Оло Ыҡтамаҡта икенсе секретарь булып эшләй.
Икенсе ҡатыны Мөслимәнән беҙ, ике бала, тыуғанбыҙ. Иң өлкәне – мин, ҡустым Рафаэль биш йәшкә кесе. Ул һуғыш башланған йылда тыуған. Әтейебеҙ, ойоштороу зштәрендә оҫта бул-ғанға күрә, һуғышҡа ебәрмәнеләр, бронь менән ҡалдырҙылар. Орджоникидзе исемендәге колхозда рәйес булып эшләне. Шунан уны Һалҡын шишмә ауылына рәйес итеп ебәрҙеләр. Беҙҙе лә үҙе менән шунда алып китте.
Инәйемде йәш сағында Ясин ауылына бай ғаиләһенә кейәүгә биргәндәр. 200 баш һарыҡ, әллә күпме һыйыр ҡараған. Ҡәйнәһен, ҡайныһын, ирен кулак итеп Себергә ебәргәндәр. Инәйемде, эшсе урынына булды тип, ҡалдырғандар. Шулай итеп, инәйем кире ауылға ҡайтҡан һәм әтейемде осратып, уға кейәүгә сыҡҡан.
Алты йәштә уҡырға барҙым. Барактың бәләкәй генә бер бүлмәһендә уҡыттылар. Төш ваҡытында балаларға ашарға бер йәки ике бешкән бәрәңге таратып бирәләр ине. Баракты йылытыр өсөн үҙебеҙ сытыр килтереп яғабыҙ. Утын юҡ. Сытырҙың йылыһы ла бик булмағандыр инде, өшөп ултыра торғайныҡ.
Ашарға юҡ. Яҙ кесерткәндең япраҡтары күренеү менән йыйып алабыҙ. Инәйҙәр шуны ашҡа һалып бешерә. Алабутаны ла ашаныҡ. Ҡарағай ағасының туйыраһын ҡул тирмәненән тарттырып, инәйем йәймә бешерә ине. Ул тәмһеҙ була торғайны. Астан үлмәҫ өсөн ашаныҡ инде. Түҙҙек.
Инәйем колхоз эшендә лә булды, урманға ағас йығырға ла йөрөнө. Халыҡ ҡырҙа ерҙә ятып ҡалған башаҡтарҙы йыйып, кип-тереп бешереп ашаны. Ҡарай-ған һолоно елгәреп, тарттырып ашаусылар араһында ауырыусылар булды. Тиф, ангина ауырыуҙары таралды.
Атайымды ауылдан ауылға йыш күсереп йөрөттөләр. Һалҡын шишмә ауылындағы “Большевик” колхозынан Тәкә ауылына ебәрҙеләр. Артабан Йонос ауылына рәйес итеп ҡуйҙылар. Шунда әтейем өсөнсө ҡатынға өйләнде. Гөлби менән йәшәй башланылар. Инәйем, ҡустым менән Яуышҡа ҡайтып киттек. Инәйем колхозда тайҙар ҡараны, сәсеү ваҡытында келәттә ашлыҡ таҙартты. Әтейем дә аҙаҡ өсөнсө ҡатыны менән Яуышҡа ҡайтып, өй һалып, туғыҙ бала үҫтереп йәшәнеләр.
Яуышта башланғыс мәктәп кенә. Дүрт класс тамамлағас, артабан уҡырға Яңы Мишәр ауылына йөрөргә кәрәк. Әй йылғаһын кисеп мәктәпкә бара торғайныҡ.
Бәләкәйҙән эшкә егелдек. Ясин төбәгенә утынға йөрөнөк. Тал ағасын йығып, санаға тейәп алып ҡайтабыҙ. Өсөнсө класта уҡығанда беҙ Мәсетле ауылына тирмәнгә ҡарабойҙай тарттырыр-ға йөрөнөк. Уҡытыусыбыҙ Ғәлимә апа ашлыҡ утарға ла алып сыға ине.
Ун бер йәштә колхозға бесән йыйырға алып сыҡтылар. Бесәнде атҡа тейәп алып китәләр ҙә, беҙ ҡалған урынын тырнап йыйнаҡлайбыҙ. Балакуша менән һөйрәп зарут янына алып китәләр.
Ул төбәктә күл, таллыҡ була торғайны. Шунда бөрлөгән ныҡ уңа ине. Ат менән бесәнде бушатып килгеләгәнсе, беҙ тиҙ генә шул таллыҡҡа инеп, бөрлөгән ашап ала торғайныҡ. Иҙелеп бешкән бөрлөгәнде ҡулыбыҙға буяп, һылап алабыҙ. Шунан икенсе тапҡыр бесәнде тырнап оҙатып ебәргәс, ҡулдарыбыҙҙың өҫ яғын ялайбыҙ. Тырма тотҡас, ус яғы бысраҡ була бит инде, шуға өҫкәрәк һылай торғайныҡ.
Яланда беҙ ашамаған үлән ҡалмағандыр. Балтырғанды күп итеп йыйып алып ҡайтабыҙ ҙа, йомарлап, иртәгәлегенә, төшкөлөккә, кискелеккә тип бүлеп ҡуябыҙ. Һыйырыбыҙ булды. Ҡатыҡҡа ҡушып ашай инек. Ҡаҡы ла ашаныҡ. Ул ҡартайыуға ҡырлы ҡурай сыға. Ҡырлы ҡурайҙы ашап ирен ярылып бөтә торғайны.
Колхозда яҙғы сәсеү эштәре бөткәс кенә кешеләрҙең үҙҙәренә бәрәңге ултыртырға көн бирәләр.
Аяҡҡа сабата кейҙек. Уны Дәүләтбай тигән бабай эшләп бирә. Нишләптер сабата ҡарама ағасының ҡайырыһынан эшләнде һәм ҡыяндыраҡ тип аталды. Ямғыр яуһа, ул тарала ла китә, кейеп булмай. Ә ҡорола тайғаҡ була.
Ҡыш көнө салбар йә шәлде аяҡҡа урап ебәрә ине инәй. Тағы ла күк баретка тигән нәмәне лә кейҙек. Уныһы – йәшел сепрәктән тегелгән аяҡ кейеме. Ә иң йылыһы һыйырҙың тиреһенән тегелгәне була торғайны. Уны беҙҙең яҡта ҡыяндыраҡ тип йөрөтәләр. Инәйем үҙе тегеп бирҙе. Тиренән булғас, йылы ине.
Бишенсе класҡа уҡырға барыр алдынан әтейем һыйырҙы һатырға тип Златоустҡа алып китте. Мине лә алып барҙы. Әй йылғаһын кисеп сыҡтыҡ. Һыйырҙы арбаға тағып алдыҡ. Башта ул һыйырҙы алмаштырырға уйлаған, аҙаҡ ниңәлер һатты ла ҡайтты. Шул аҡсанан миңә күлдәклек тауар алдыҡ. Мәктәпкә уҡырға барыр алдынан үҙемә күлдәк тегеп кейҙем.
5-7 кластарҙы уҡырға Яңы Мишәр мәктәбенә йөрөнөк. Мәктәпкә барғанда беҙҙе Әй йылғаһынан Рәхим исемле бабай кәмә менән алып сыға ине. Күмәкләшеп ултырһаҡ, кәмә түңкәрелә лә ҡуя. Шунан үҙенә күрә түләү индерҙеләр. Ултырғандарға – 3, баҫып торғандарға 2,5 һум аҡса бирергә ҡуштылар. Инәйем аҡса биргәс, мин өс һум түләнем.
8-9 кластарҙы уҡырға Мәсетле мәктәбенә өс ҡыҙ барҙыҡ. Һигеҙенсе класҡа уҡырға барыр алдынан түләү индерҙеләр. Кемдең әтеһе һуғышта үлгән – бушлай, ә кемдеке һуғышҡа бармаған, үҙең түләйһең. Минең әтейем һуғышҡа бармағас, миңә 150 һум түләргә ҡуштылар. Беҙҙең ундай аҡсабыҙ юҡ ине. Уҡырға бара алмайым бит инде. Әтейемдең беренсе ҡатынының улы Ғәләлетдин абзыйым менән хат алышҡанда уға яҙҙым: “Абзый, уҡырға йөрөй алмайым, түләргә аҡсабыҙ юҡ”, – тип. Шунан абзыйым миңә 75 һум аҡса ебәрҙе. Хәҙер ҡыҙҙар Беренсе май байрамына бер иштән аҡ штапелдән күлдәклек материал алдылар. 75 һумды уҡыуға түләмәнем, мин дә күлдәклек аҡ штапелде алдым. Ҡыҙҙар аҡ баретка алғас, мин дә аҡ баретка алдым. Шунан ни, аҡса бөттө. Уҡыуҙы, шулай итеп, ташланым инде.
...Күпмелер ваҡыттан һуң инәйем мине армиянан ҡайтҡан Ғәлимйән исемле егеткә кейәүгә бирҙе. Шулай итеп, Яуышта төпләнеп, өй һалып сығып, балалар үҫтереп, ғүмер иттек. Утыҙ ете йыл буйына фермала һауынсы булып эшләнем. Хеҙмәтемде күрә белделәр, районда ике тапҡыр депутат итеп һайланылар, Мәскәүҙән “Оҫта ҡулдар” тигән миҙал менән бүләкләнеләр. “Хеҙмәт ветераны” тигән хөрмәткә лайыҡлымын. Иптәшем дә ғүмер буйы иҫәп-хисап эшендә булды. Үкенес, оҙаҡ йәшәмәне, инсульттан китеп барҙы. Хәҙер ҡырҡ йыл инде яңғыҙ ғүмер кисерәм. Үҙебеҙ уҡый алмағанға күрә, шөкөр, ете балабыҙ ҙа юғары белем алып, һөнәрле булып йәшәп ята. Балаларҙың бәхете – беҙҙең ғүмер мәғәнәбеҙ инде”.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА,
журналист, шағирә, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Автор: