

Башланғыс үҫентеләр ултыртыуҙың яңы традицияһын булдырыуға йүнәлтелгән. Ул йәмғиәтте берләштергән социомәҙәни ҡиммәттәрҙе үҫтерергә, тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләргә, кешеләрҙе рухи берләштереү һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреү өсөн шарттар булдырырға тейеш. 2026 йылда сара “Баҡса ултыртабыҙ – Еңеүҙе яҡынайтабыҙ!” девизы аҫтында уҙа.
Акция барышында Оло Ыҡтамаҡ лицейы һәм Башҡорт гимназияһы биләмәһендә махсус хәрби операция геройҙары хөрмәтенә 50 үҫенте ултыртылды. Уларҙың һәр береһе – хәтер һәм рәхмәт һүҙҙәре билдәһе.
Сарала Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалының социаль координаторы Лилиә Орлова, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары һәм әсәләре комитеты рәйесе Светлана Щербинина, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләре, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе ағзалары, белем биреү учреждениелары педагогтары һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Ағас ултыртыу ысын быуындар бәйләнеше символына әүерелде: уҡыусылар өлкән остаздары һәм геройҙарҙың туғандары менән бергә буласаҡ баҡсаға нигеҙ һалды, ул йылдар буйына үҫәсәк һәм үҙен-үҙе аямай алышҡан Ватанды һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлығы тураһында хәтерҙе һаҡлаясаҡ.
Беҙҙең хәбәрсе.