Ярышта Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышындағы ете райондан, атап әйткәндә, Асҡын, Ҡариҙел, Салауат, Балаҡатай, Ҡыйғы, Дыуан һәм Мәсетле райондарынан 5–9 шайморатовсылар кластарының йәш спортсылары ҡатнашты.
Уйындарҙы үткәреү маҡсаты – башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары батырлыҡтары миҫалында илһөйәрлек һәм Ватан өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәштәр араһында команда рухын нығытыу. Сараны Башҡортостандың Мәғариф министрлығы һәм Мәсетле районы мәғариф бүлеге ойошторҙо, “Беренселәр хәрәкәте” отряды активистары ирекмән булдылар.
Тантаналы сараны Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Фәнил Динисламов асты. Һуңынан Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғыраны һәм йәш армеецтар дәүләт флагтарын күтәрҙе. Программаны уҡыусылар башҡарыуында Шайморатов тураһында музыкаль композиция дауам итте. Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.
Жюри составына рәйес Фәнил Динисламов, жюри ағзалары – Мәсетле районының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары Вадик Бәҙретдинов, Айрат Ғәлиев, Илгизәр Ғилметдинов, Гөлназ Муллағәлиева, Фәрҙиән Мөхәмәтов, Айҙар Фәтҡуллин, Владимир Ушаков, Марс Хужин, Фәнис Шәйҙуллин, методист Ирина Ватолина һәм ГТО ҡабул итеү үҙәге администраторы Лилиә Солтанова инде. Улар ҡатнашыусыларҙың сығыштарын түбәндәге дисциплиналарҙа баһаланы: урындан оҙонлоҡҡа һикереү, баскетбол ҡулсаһына туп ташлау, турникта тартылыу, өс туп менән йүгереү, туптар уҙышы, ырғымыс менән һикереү һәм йүгереү.
Зональ этап һөҙөмтәләре буйынса төрлө йәш төркөмдәрендә еңеүселәр билдәләнде. 5-се класс уҡыусылары араһында – Ҡариҙел районы командаһы (1-се мәктәп), 6-сы кластар араһында – Мәсетле районы (Х. Я. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле мәктәбе командаһы), 7-се һәм 8-се кластар араһында – Ҡариҙел районы (2-се һәм 1-се мәктәптәр), 9-сы клас-тар араһында Ҡыйғы районы (Иҫке Мөхәмәт мәктәбе) командаһы еңеүсе тип танылды.
“Йәйге Шайморатов уйындары”ның республика этабы 26 сентябрҙә Баҡалы районында уҙа. Унда зональ этаптарҙа еңеүселәр ҡатнаша, улар өсөн Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса интеллектуаль олимпиада һәм хәрби-спорт уйындары ойошторола.
Белешмә
2020 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо буйынса Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә беренсе кластар асыла. Ә 2021 йылда Республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә был кластар селтәрен киңәйтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Мәсетле районында “Шайморатовсылар класы” Дыуан-Мәсетле һәм Яңы Мишәр мәктәптәрендә бар.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.