Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Патриотик тәрбиә
31 Июль 2023, 15:00

Азат Бадрановтың ҡыҙын беренсе класҡа Радий Хәбиров үҙе алып барасаҡ

Ул чиновниктарға башҡа яугирҙәрҙең балаларын да тантаналы линейкаға оҙатырға ҡушты

Азат Бадрановтың ҡыҙын беренсе класҡа Радий Хәбиров үҙе алып барасаҡ
Азат Бадрановтың ҡыҙын беренсе класҡа Радий Хәбиров үҙе алып барасаҡ

Бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең ялдарҙағы Донбасс төбәктәренә эш сәфәре тураһында һөйләне. Унда ул Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры, әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Азат Бадранов менән осрашыуын әйтте. Хеҙмәт тураһында һөйләшеүҙән тыш улар шәхси темаларға ла аралашҡан. Шулай быйыл Азат Шамил улының ҡыҙы беренсе класҡа уҡырға барыуы билдәле булған. Яугир ҡыҙын мәктәпкә алып бара алмауына борсолған һәм Радий Фәрит улы уны үҙе оҙатырға тәҡдим иткән.

– Балаларҙың беренсе класы ғүмерҙәрендә бер тапҡыр ғына була. Бөтә ата-әсә лә бара алмай, айырыуса әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла йөрөгәндәрҙең аталары балаларын тәүге тапҡыр мәктәпкә оҙата алмаясаҡ. Шуға күрә уларҙы тантаналы линейкаға үҙебеҙ алып барһаҡ, дөрөҫ буласаҡ. Хакимиәт башлыҡтарына, яугирҙәрҙең балаларын оҙатырға тәҡдим итәм, – тине ул.

Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, 2023 йылдың 1 сентябрендә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың 589 балаһы беренсе класҡа бара. Дөйөм алғанда, быйыл республикала 53 меңдән ашыу бала беренсе класҡа барасаҡ.

Радий Хәбиров үҙенең хакимиәте етәксеһе Максим Забелиндан Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Башҡортостан батальоны хәрбиҙәренең мөрәжәғәте буйынса йөкләмәләр проектын әҙерләүен һораны. Республика етәксеһе шулай уҡ муниципалитет етәкселәренә яугирҙәрҙең мөрәжәғәтен иғтибарһыҙ ҡалдырмау үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

“Бөгөн көн аҙағында йөкләмәгә ҡул ҡуям һәм иртәгә үк уны тормошҡа ашыра башларға тейешбеҙ. Яугирҙең ата-әсәһе лә дауаланыу менән ярҙам итеүҙәрен үтенде. Был аҙнала бөтәһенең дә үтәлеүен һорайым”, – тине Радий Хәбиров.

Етәксе белдереүенсә, яугирҙәрҙең һорауы ябай, тик улар өсөн бик мөһим. Кемдер ҡырсынташ килтереүҙе һорай, кемдер ата-әсәһен дауалау кәрәк ти. Быларҙың барыһы ла ваҡытында үтәлергә тейеш тигән йөкләмә ҡуйыды.

Фото: Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән. 

Автор: