Был акцияла дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары, урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары, йәштәр йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты.
Мәсетле районы мәктәптәре уҡыусылары ла “Ватанды һаҡлаусыларға хат” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Улар, Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй һалдаттарын 23 февраль менән ҡотлап, йылы һүҙҙәр һәм ҡотлау яҙылған бик күп сағыу открыткалар әҙерләне.
Мәсетле районындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе Зилә Рәхимҡолова һөйләүенсә, бындай хаттар уларға күптәнән килә һәм уларҙы хәрби операция урынына оҙатылған һәр посылкаға һалырға тырышалар.
– Был хаттар бик ҡәҙерле. Улар райондың бәләкәй граждандары өйөнән алыҫта, көндөҙ һәм төнөн еңел булмаған хеҙмәт башҡарған кешегә һәр төрлө ярҙам һәм хаттар мөһим булыуын аңлауын күрһәтә. Хәрбиҙәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай хаттар айырыуса юғары баһалана, – ти Зилә Вәғиз ҡыҙы.
Айһылыу ҒӘЛӘМШИНА.