Мәсетле районы егеттәре лә бында Оло Ыҡтамаҡ ауылының Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Мансур Шәрипов етәкселегендә биш көнлөк уҡыу күнекмәләрен үтте. Район командаһы составына Оло Ыҡтамаҡ лицейынан – 20 уҡыусы, Башҡорт гимназияһынан – 6 уҡыусы, Дыуан-Мәсетле мәктәбенән – 2 уҡыусы, Оло Аҡа мәктәбенән – 3 уҡыусы, Әләгәҙ мәктәбенән – 2 уҡыусы, Түбәнге Бобиндан 3 уҡыусы инде.
Уҡыу күнекмәләре бер нисә дисциплинаны үҙ эсенә алды: тактик, сафта атлау, атыу һәм хәрби-медицина әҙерлеге, ғәскәрҙәрҙе радиация, химик һәм биологик һөжүмдән һаҡлау, шулай уҡ ҡарауыл хеҙмәте уставы. Үҫмерҙәр Калашников автоматын һүтеп йыйыу, противогаз файҙаланыу буйынса нормативтарҙы үтәне.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 2 декабрҙә 48-се һанында уҡығыҙ.