Сарала ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин сығыш яһаны.
– Бөгөн Еңеү паркында беҙ Ватан алдындағы бурысын үтәп, тыныслыҡ хаҡына үҙ ғүмерен биргән яугирҙарҙы иҫкә алабыҙ, – тине ул. – Егеттәр, бөгөн тормошоғоҙҙа яңы мөһим бит асабыҙ. Һеҙ Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класта уҡыясаҡһығыҙ. Генерал Шайморатов – башҡорт халҡының уникаль улы, хәрби начальник, хәрби разведчик. Ғәҙәти булмаған яҙмышлы кеше. Генерал Шайморатов – Ватанды нисек яратыу һәм һаҡлауҙың ысын өлгөһө. Бөгөндән һеҙ – йәш шайморатовсылар. Был бик маҡтаулы һәм яуаплы.
Шулай уҡ үҫмерҙәргә казак Владимир Назаренко, Федераль именлек хеҙмәте сик буйы ғәскәрҙәренең запастағы подполковнигы, Мәсетле районының сик һаҡсылары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Алмаз Әхмәҙиев мөрәжәғәт итте. Улар өлкән быуын йәштәргә һынауҙар һәм ауырлыҡтар-ҙан ҡурҡмаҫҡа, маҡсаттарына ирешеүҙәрен, ширҡәт рухына тоғро ҡалыуҙарын, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булыуҙарын теләне.
Артабан ант бирҙеләр.
Еңеү паркына “Йәш армиясылар” хәрби-патриотик клубы, “Александр Невский” казак хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре йыйылды, улар һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, билдәһеҙ һалдат һәйкәленә сәскәләр һалды.
Тантананы район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренең патриотик темаға концерт номерҙары биҙәне.
Сара тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында дауам итте.
Диана Абдрахманова.