Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Патриотик тәрбиә
6 Сентябрь 2022, 12:10

Хәйриә концерты

Ошо көндәрҙә Шишмә районының Шишмә ҡасабаһында Башҡортостан Республикаһы сик һаҡсылары ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе хәрби-патриотик йырҙар авторы-башҡарыусы Сәғит Яҡупов хәйриә концерты ойошторҙо.

Хәйриә концерты
Хәйриә концерты

– Концерт көнөндә кассала бөтә билеттар һатылып бөткән ине, залда 450 урын аҙ булды, – тип һөйләй Сәғит Яҡупов. – Шишмәләр әле Украинала барған хәлгә айырыуса ҡарай, сөнки был – махсус хәрби операцияла әүҙем ҡатнашыусы хәрби часть урынлашҡан Башҡортостандың берҙән-бер районы.
Концертта Фоат Билалов (Яр Саллы), Алексей Ефимов (Пермь), Людмила Плотникова (Үрге Пышма), Адик Шәйәхмәтов (Малаяҙ), Эрик Дәүләтбаев (Туймазы), Сәғит Яҡупов (Оло Ыҡтамаҡ), хәрби тынлы оркестр (Алкино 2) һәм Шишмә районы Мәҙәниәт һарайы артистары ҡатнашты.
Концерттан килгән аҡса гуманитар ярҙам һатып алыуға йүнәлтеләсәк.
Концерт юғары профессиональ кимәлдә уҙҙы һәм тамашасыларҙа, сығыш яһаусыларҙа яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова