– “Еңеү диктанты” тәүге тапҡыр 2019 йылдың 7 майында уҙҙы. Унда, ғәҙәттәгесә, йәштәр – студенттар һәм уҡыусылар – әүҙем ҡатнаша. Сараға бөгөндән үк әҙерләнергә мөмкин, күнекмәләрҙе Еңеүдиктанты.рф сайтында ҡарарға була. Һорауҙар “Тестар” бүлегендә урынлашҡан, – тип асыҡлыҡ индерҙе “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты секретары урынбаҫары, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Елена Арямнова.
Һорауҙарҙы Рәсәйҙең тарих йәмғиәте эксперттары әҙерләй. Сарала ҡатнашыусыларға 45 минут эсендә 25 һорауға яуап бирергә тура киләсәк. Һорауҙар төрлө. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарын һүрәтләү буйынса белергә, ваҡиғаларҙы хронологик тәртиптә урынлаштырырға, полководецтың мемуарынан өҙөктә ниндәй хәрби операция тураһында һүҙ барғанын аңларға, йырҙың исемен билдәләргә кәрәк.
“Еңеү диктанты” акцияның Еңеүдиктанты.рф рәсми сайтында көндөҙ онлайн уҙғарыла. Быйыл ул 3 сентябрҙә үтәсәк. Бөгөнгө көндә майҙансыҡтарҙы теркәү бара. Башҡортостанда ғына ошондай 80-дән ашыу майҙансыҡ була. Былтыр республикала туғыҙ мең кеше “Еңеү диктанты”н яҙҙы.
– Акция рәсәйлеләрҙә илебеҙ, Бөйөк Ватан һуғышы тарихын тәрәнерәк өйрәнергә дәртләндереү өсөн уҙғарыла. Бындай саралар йәштәргә патриотик тәрбиә биреүгә, тарихи белемде арттырыуға булышлыҡ итә, – тип йомғаҡ яһаны “Тарихи хәтер” проектының Башҡортостандағы координаторы, Өфө ҡала Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Мельников.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.