Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Патриотик тәрбиә
1 Август 2022, 11:50

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Бөтә ил буйлап Рәсәй ҡораллы көстәренә булышлыҡ итеү маҡсатында акциялар уҙғарыла. Мәсетле районында “Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” акцияһы үтә. Төп маҡсат – Рәсәй хәрбиҙәренә ярҙам итеү һәм ил граждандарының берҙәмлеген күрһәтеү.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Акция сиктәрендәге саралар ауыл биләмәләрендә июнь башында башланды. Бөгөнгө көндә улар Теләш, Түбәнге Бобин (һүрәттә), Әләгәҙ ауылдарында үтте. Унда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ – балалар ҙа, өлкән быуын да ҡатнаша. Шулай уҡ программаға район Мәҙәниәт йорто агитация бригадаһының сығыштары ингән.
Тыуған ил, тыуған ергә һөйөү тураһында йырҙар, илде яҡлаған хәрбиҙәргә рәхмәт һүҙҙәре – былар барыһы ла беҙҙең берҙәм халыҡ булыуыбыҙҙы, бөтә ҡайғы-хәсрәттәрҙе бергәләп еңеп сыға алыуыбыҙҙы тағы бер тапҡыр раҫлай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Z һәм V хәрефтәре социаль селтәр-ҙәрҙә махсус операцияға ярҙам итеүҙең рәсми булмаған символына әүерелде, сөнки Z хәрефе – операцияла ҡатнашыусы Рәсәй хәрби техникаһында айырма билдәләренең береһе. Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығында әйтеүҙәренсә, латин хәрефе Z – “Еңеү өсөн” тигәнде аңлата, ә V литеры – “Дөрөҫлөктә – көс” һәм “Бурыс үтәләсәк”.
Шуны билдәләп үтәбеҙ, махсус операцияға ярҙам итеү акция-концерты Мәсетле районының һәр ауылында раҫланған график буйынса үткәрелә һәм сентябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк: 29 июль – Оло Аҡа ауылында, 3 август – Йоноста, 10 август – Яңы Мишәрҙә, 17 август – Яңы Мөслимдә, 24 август – Әжекәйҙә, 30 август – Яңы Яуышта, 7 сентябрь – Ләмәҙтамаҡта, 14 сентябрь – Дыуан-Мәсетлелә, 28 сентябрҙә – Ҡорғатта.
Сараға килегеҙ һәм акцияға ҡушылығыҙ.
Светлана СЕРГЕЕВА
әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова