Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Патриотик тәрбиә
17 Декабрь 2021, 14:00

Контракт буйынса хеҙмәт итеү – үҙеңдең мөмкинлектәреңде тикшереү

Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондарының хәрби комиссариаты мобилизация резервында булыу өсөн контракт төҙөүгә кандидаттар һайлап алыуҙы дауам итә.

Контракт буйынса хеҙмәт итеү – үҙеңдең мөмкинлектәреңде тикшереү
Контракт буйынса хеҙмәт итеү – үҙеңдең мөмкинлектәреңде тикшереү

Бөгөн Мәсетле районында бындай контракт төҙөү өсөн туғыҙ граждан һайлап алынған, шуларҙың дүртәүһе менән килешеү төҙөлгән. Улар иҫәбендә Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Фәғил Ниғмәтйәнов та бар. Ул 2005 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ростов өлкәһенең эске ғәскәрҙәрендә уҡыу үтә.
Уның тәүге контракты 2006 йылда төҙөлә. Чечняла хеҙмәт итә. Киләһе контрактҡа ярашлы, Силәбе өлкәһендәге танк ғәскәрҙәренә ебәрелә. Разведка снайперы була.
2018-2019 йылдарҙа Шишмә районының Алкино-2 ауылында инженер-сапер ғәскәрендә уҡсы булып хеҙмәт иткән. Биш йыл элек ефрейтор исемен ала.
Фәғил Рәмил улы быйыл 8 ноябрҙән 27-һенә тиклем Ырымбур өлкәһенең Тоцкое ҡасабаһында хәрби күнекмәләрҙә ҡатнаша.
– Беҙгә хәрби форманың тулы комплектын бирҙеләр, – тип һөйләй ул. – Әҙерлек ваҡытында беҙ кәрәкле күнекмә һәм оҫталыҡтар тупланыҡ. Мине зенит ҡулайламаһының орудие командиры, аҙаҡтан батарея старшинаһы итеп тәғәйенләнеләр. Резервтағыларҙың барыһына ла часть командиры юллауы буйынса сираттағы хәрби исем бирелде.
Юғары дисциплина һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн ул “Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәр тамамланыуға 10 йыл” билдәһе, “Кавказдағы контртеррористик операцияла ҡатнашыусыға” иҫтәлекле миҙалы, “Ҡазан танк училищеһына 100 йыл” юбилей миҙалы, “Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткән өсөн”, “Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветераны” миҙалдары, Силәбе ҡалаһының Патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби-шефлыҡ эшмәкәрлеге фондының Почет грамотаһы һәм Ҡазан юғары танк училищеһы начальнигы генерал-майор К. Д. Кулаковтың рәхмәт хаты, шулай уҡ Советтар Союзы Геройы В. Г. Зайцев исемендәге приз менән наградланған.
Бөгөн Фәғил Ниғмәтйәнов – прапорщик. Ул үҙенең мөмкинлектәрен, көсөн һәм оҫталығын тикшереү маҡсатында контракт буйынса хеҙмәт итергә ҡарар ҡыла.

Белешмә
Резервта тороу тураһында беренсе контрактты сит ил дәүләте гражданлығы булмаған һәр граждан менән төҙөргә мөмкин:
1) элек хәрби хеҙмәт үткән (запаста булған) һәм хәрби исемгә эйә булған һалдат, матрос, сержант, старшина, прапорщик, мичман (42 йәшкә тиклем); кесе лейтенант, лейтенант, капитан, капитан-лейтенант (47 йәшкә тиклем); майор, 2-се ранг капитаны (52 йәшкә тиклем); полковник, 1-се ранг капитаны (57 йәшкә тиклем).
2) федераль дәүләт юғары профессиональ белем биреү учреждениеһы ҡарамағында хәрби кафедрала хәрби әҙерлек программаһы буйынса уҡыу тамамлап, запастағы офицер исемен алып, запасҡа сыҡҡандан һуң ун биш йыл эсендә. Резервҡа алыныусы граждандар хәрби хеҙмәткә алыныусы граждандарға ҡуйылған талаптарға яуап бирергә тейеш.
Резервта булғандарға түләүҙәр ҡаралған: айлыҡ оклад (граждан теркәлгән хәрби часть буйынса хәрби дәрәжә һәм хәрби вазифа буйынса оклад суммаһынан 12 процент); айлыҡ оклад коэффициенты һәм процент өҫтәмәләре; айлыҡ окладҡа резервта өҙлөкһөҙ булған өсөн айлыҡ процент өҫтәмәһе: 3 йылдан 5 йылға тиклем – 10%, 5 йылдан 10 йылға тиклем – 20%, 10 йылдан 15 йылға тиклем – 30%, 15 йылдан 20 йылға тиклем – 40%, 20 йылдан артыҡ – 50%.
Резервта тороу тураһында тәүге контракт өс йылға төҙөлә. Артабан ул өс, биш йылға, йәки аҙыраҡ ваҡытҡа (резервта тороуҙың сикләү йәше еткәнсе) һуҙылырға мөмкин.
Әйтергә кәрәк, граждан төп гражданлыҡ эшен хәрби күнекмәләр менән бер юлы алып бара ала. Бындай саралар осоронда дәүләт резервтағы граждан эшләгән предприятиеға уртаса эш хаҡы күләмен компенсациялай.
Светлана Сергеева.

Автор:Лариса Михалькова